05.07.2019 Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!
Бишенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланған көндә халҡыбыҙ өсөн тағы ла бер әһәмиәтле ваҡиға булды – башҡорт шағиры, сәйәсмән, 1917 – 1919 йылдарҙа башҡорт хөкүмәте ағзаһы, милли хәрәкәт башында тороусыларҙың береһе, беҙҙең хәтерҙә мәңге йәш ҡалған Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылды.
Был тантанала БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, делегаттар, ҡала халҡы ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Бабич тоҡомонан булған Таңсулпан Бабичева, һәйкәл авторы Андрей Ковальчук, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина сығыш яһаны.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бабичтың һыны Зәки Вәлиди урамының башында, Телеүҙәк ҡаршыһында, Салауат майҙаны янында урынлаштырылды. Һәйкәл постаментына шағирҙың һүҙҙәре яҙылған: “Ал да нур сәс халҡыңа!”
Тантанала ҡатнашыусы йәмәғәтселек фекеренсә, Шағир образы Ватан азатлығы өсөн көрәшеүсе көслө шәхес булараҡ, Рәсәй халҡын берләштереү символы ла булып тора.
Һәйкәлде ҡороп ултыртыу буйынса проект меценаты - "Евразия" йәмғиәте. Ә апрелдә Ғабдулла Туҡай һәйкәлен ҡуйыуға Өфө ҡалаһы советы депутаты Артур Хажиғәлиев булышлыҡ иткәйне.
Бронза һын 3,5 метр бейеклектә. Ул өс метрлы постаментҡа ҡуйылған. Тирә-яғы төҙөкләндерелгән, сәскә ултыртылған, асфальт яңыртылған.