«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өйҙөң йәме – бала менән



08.07.2019 Өйҙөң йәме – бала менән

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Хәйҙәр Шәйхуловтар әүҙем булырға, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә күнеккән

Яҡты өйҙәре тирә-йүнгә йәм биреп балҡып ултырған кеүек, ауылда өлгөлө йәш ғаиләләрҙән һаналған Айгөл һәм Хәйҙәр Шәйхуловтар үҙҙәре лә алсаҡ һәм асыҡ йөҙлө кешеләр булып сыҡты. Ихата алдында төрлө техника һәм машинаның күп булыуына, ә эстә таҡта яра торған станоктың ҡороп ултыртылыуына ла иғтибар итмәй ҡалманыҡ. Был инде, беҙҙеңсә, йорт хужаһының уңғанлығы һәм булдыҡлылығы хаҡында ишаралап тора һымаҡ.

– Тамырҙарым менән үҙебеҙҙең Сәйетбаба ауылына ереккән кешемен, – тип үҙенең тормош хәлдәре менән таныштырып үтте Хәйҙәр Хәбир улы. – Урта мәктәптән һуң һөнәри белемде Красноусолдағы ауыл профессиональ-техник учи­лищеһында алдым. Бәләкәйҙән, ситкә сығып китмәйем, тыуған еремдә ҡалам, тип йөрөнөм. 1996 – 1997 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт иттем. Унан ҡайтҡанда, гөрләп тормаһа ла, колхоз бар ине әле. Мине төҙөлөш бригадаһына эшкә алдылар. Бура бурарға шунда оҫтарҙым. Аҙаҡ ауылдағы “Еҙем” лесничествоһына эшкә саҡыр­ҙылар. Ике йылдан һуң Ҡолҡан яҡтарындағы участкаға урман ҡараусыһы итеп ҡуйҙылар. Ләкин заманалар үҙгәреү менән ҡыҫҡартыуҙар башланды. “Еҙем” лесничествоһын да бөтөрҙөләр. Беҙ, кисәге урман ҡараусылар, бөтөнләй эшһеҙ ҡалдыҡ. Нимә эшләргә? Ә беҙ өй һалырға йыйынғайныҡ. 2004 йылда булһа кәрәк, Ерекле яҡтарынан диләнкә биргәйнеләр. Уға тиклем ҡай­нымдарҙың йортонда йәшәгәйнек. Кешене нужа йөрөтә торғандыр инде. Аҡса эшләү ниәте менән мин дә Себер тарафтарына сығып киттем. Әлдә бик тә кәрәкле иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләш­тер­гәйнем. Шулай итеп, донъябыҙҙы бөтәйткәнсе һигеҙ йыл вахта ысулы менән эшләргә тура килде. Ул осорҙа, хәләл ефетемә ауыр булмаһын тип, малды күп аҫра­маныҡ. Себерҙе ташлап, үҙаллы хужалыҡ итеүгә күскәс кенә донъябыҙҙы иркенәйтеп ебәрҙек.
Абхазияла Рәсәйҙең тыныслыҡ урынлаштырыусы бригадаһында хеҙмәт иткәнгә күрә Хәйҙәргә йорт һалырға диләнкәне бушлай би­рәләр. Ишле ғаиләгә әйлән­гән­лектән, бураны тәүҙә үк 12х8 метр итеп күтәрәләр, аҙаҡ төкәтмәһен дә эшләп ҡуялар. Хәҙер 144 квадрат метрлы иркен йортта һәр баланың үҙенең айырым бүлмәһе бар. Йәштәр программаһына инеп, уңған ғаилә хөкүмәттән 260 мең һум күләмендә субсидия ла ала. Ул аҡсаны йортто йыһазландырыуға, йылытыу сис­темаһы үткәреүгә тотоналар.

– Яңы өйөбөҙгә күсенгәнгә 10 йыл үтеп тә киткән, – ти Хәйҙәр. – Күп коммуналь уңайлыҡтан файҙа­ланабыҙ. Эҫе һыуы ла крандан ағып тора. Әлегә өйҙө электр менән йылытабыҙ. Нишләптер ваҡытында газға тоташтырмай ҡалдыҡ. Мин хатта, үткәрермен, тип, соҡорон ҡаҙа биреп тә ҡуйғайным. Әле беҙгә ауыл советынан ҡыуаныслы хәбәр­ҙәрен еткерҙеләр, хөкүмәт өйҙәрҙе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыуҙа ауыл кешеләренә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ, дүрт балалы ғаилә бу­лараҡ, һеҙҙе льготалы исемлеккә индерәбеҙ, тинеләр. Әйтеү­ҙәренсә, газ үткәреүгә бәйле сығым хәҙер 120 мең һумға етә, шуның яртыһын хөкүмәт суб­сидияһы ҡаплаясаҡ. Был беҙҙең өсөн бик тә ҙур ярҙам буласаҡ.
Үҙ көсө менән хужалыҡ итеүҙә ир уртаһына аяҡ баҫырға өлгөргән Хәйҙәрҙең уңғанлығы күренеп тора. Инде байтаҡтан бер нисә баш йылҡы малы тота. “Үҙем бәләкәйҙән ат егергә яраттым. Улым да менгегә өйрәнеп үҫһен, тинем, – ти ул. – Тик тай-тулаҡты иткә тотонғаным юҡ. Һуйырға йәлләйем, ҡолондарын һорау­сылар күп – шуларға һатып ебәрәм дә тағы бейә малы алып ҡайтам. Хәҙер бар көсөбөҙҙө шәхси хужалығыбыҙҙы үҫтереүгә һалғас, ихаталағы һыйыр малын да ишәйттек. Әле һөтлө һәүкәштәрҙе дүрт башҡа еткерҙек.

Ауыл ерендә төрлө эштә ҡулланылған Т – 25 һәм МТЗ – 82 тракторҙарын хужа кеше ҡулдан һатып алған. Ә таҡта ярыу станогын ике йыл элек ҡороп ултыртҡан.
– Диләнкә алам да төҙөлөшкә яраҡлы ағас әҙерләйем, – ти ул. – Мунса бурап һатыу минең өсөн отошло бер кәсепкә әйләнде, тиһәм дә дөрөҫ булыр. Красноусолдан, Мәләүездән, башҡа яҡтарҙан килеп алалар. Мунса бураһын тулы комплекты менән әҙерләйем һәм 50 – 60 мең һумға һатып ебәрәм. Ярҙырған таҡтаға ла һорау яҡшы. Быйыл тағы 80 сутыйлыҡ диләнкә алдым. Бесәнгә ҡәҙәр ағасын әҙерләп, бер-ике бураһын бурап ҡуйырға ине. Былтыр МТЗ – 82 тракторын КУН – 10 йыйып күбәләгес машина менән бергә алғайным. Шуға хәҙер бесәнлектәрҙә ҡул көсөн бөтөнләй ҡулланмайбыҙ. Ә инде сабырға, кинәнеп техника менән эшләргә беҙҙә болонлоҡтар иркен.
Ошо урында әңгәмәбеҙгә нурлы йөҙлө хужабикә Айгөл Сөләймән ҡыҙы ҡушылды.

– Инде 19 йыл бергә ғүмер кисерәбеҙ, – тип телгә алды ул. – Сәстәрҙе сәскә бәйләгәндә мин Стәрлетамаҡ педагогия колледжында уҡып йөрөй инем. Никах туйы үткәргәс, уҡыуымды дауам иттем. Беренсе дипломымды алырға йыйынғанда тәүге ба­лабыҙҙы – ҡыҙым Алһыуҙы таптым. 2007 йылда Стәрлетамаҡ педагогия инсти­тутының башҡорт филологияһы факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Уны 2012 йылда тамамлап, икенсе дипломымды алдым. Педагогик стажым – 16 йыл. Оло ҡыҙыма биш ай тулғас, уҡытыусылар етмәй, тип эшкә саҡырҙылар. Инглиз теле дәрестәрен алып барҙым. Шулай уҡ балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып та эшләп алдым. Унда ҡыҙҙарым Алһыу менән Алтынайҙы эйәртеп йөрөнөм. Улым Даян менән декретта 1 йыл да 7 ай ғына ултырҙым. Балалар баҡсаһында тағы ике йыл эшләгәс, кире мәктәпкә ҡайттым. Унда баш­ланғыс синыфтарға һабаҡ бирҙем. Әле дүртенсе балабыҙ – ҡыҙым Айсулпан менән декрет ялындамын. Уға өс йәш тулғансы өйҙә ултырырмын, тимен. Сөнки, эштән айы­рылмағас, өлкәндәренең үҫкәнен күреп булманы тиерлек. Уларҙы инәйем һәм ҡәйнәм алмашлап ҡарап торҙо.
– Күп балалы ғаилә булараҡ, хөкүмәттең ярҙамын тояһығыҙмы?
– Улыма “әсәлек капиталы” алғайныҡ, ул йорт төҙөлөшөнә инеп китте. Электр энергияһы өсөн түләүҙә ташламалар бар. Ә балалар пособиеһының күп булма­ғанлығын һеҙ ҙә яҡшы белә­һегеҙҙер. Уның ҡарауы, үҙ бәхете менән тыуған дүртенсе балабыҙға, ил Президенты указына ярашлы, 9 мең һум пособие алабыҙ. Был бик тә урынлы ярҙам. Быйыл яҙ Алтынай менән Даянға “Красноусол” балалар шифа­ханаһына путевка биреп ҡыуандырҙылар. Унда рәхәтләнеп 21 көн ял итеп һәм сәләмәтлектәрен нығытып ҡайт­тылар. Мәктәптә беҙҙең балалар йыл да бушлай туҡлана. Хөкү­мәттән ярҙам юҡ түгел, ҡалғанын инде үҙебеҙ табырға тырышабыҙ. Балалар бит тормошобоҙҙоң биҙәге һәм ҡото, уларҙы үҙебеҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҫтерәбеҙ.

Бәхетле әсәй һәм атай бөгөн ҡәҙерлеләренең уңыштарына һө­йөнөп бөтә алмай. Өлкәне – Алһыу 10-сы синыфты тамамлаған. Ул йыр-моңға әүәҫ икән. Яңыраҡ ҡына “Ҡош юлы” республика конкурсында ҡатнашҡан. Беҙ килгәндә ул шул сәфәренән ҡайтып өлгөр­мәгәйне. Һуңынан ише­теүемсә, сая ҡыҙ Ғафури районының халыҡ ижады оҫталары менән бергә июнь аҙағында Санкт-Петербургта үткән һабантуй байрамында ла сағыу талантын күрһәткән. Үҙенең сослоғо менән күп үҫмер малайҙан уҙҙырып, йәйәнән уҡ атырға ла өйрәнгән. Быйыл 8-се синыфҡа уҡырға барасаҡ Алтынайҙың да һәләте асыла бара. Ул йырларға ярата, районда оҙон көйҙәр башҡарыусыларҙың З. Мәхмүтов исемендәге конкурсында диплом алыу шатлығына ирешкән. Алтынай ауыл мәҙәниәт йорто янындағы бейеү ансамбленә лә йөрөй. Әхирәте Гөлназ Юлбарыҫова менән икеһенә хореограф Гәүһәр Байбулдина “Игеҙәктәр” бейеүен һалған. Зирәк ҡыҙ мөнәжәт әйтеүселәр бәйгеһендә лә ҡатнашып, бүләкһеҙ ҡалмаған. Ә бына Даян уҡыуҙа апайҙарынан да уҙҙырып ебәргән. Быйыл өсөнсө синыфты тамамлаған малай йыл да отличниктар сафын тулыландыра. Спорттан тыш, һынлы сәнғәт менән дә ҡыҙыҡһына.

– Беҙ шулай әүҙем булырға, мәҙәни тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә күнеккәнбеҙ. Үҙем дә йыр-моңдан айырылғаным юҡ. Ауыл мәҙәниәт йортондағы “Сер­ҙәштәр” фольклор ансамбленә йөрөйөм. Рухи байлығыңды үҫ­терһәң, тормошоң да күркәмләнә төшә, – ти Айгөл. – Минеңсә, хәҙерге заманда ауылда йәшәүе яҡшыраҡ. Хәләл малды ла үҙ көсөң менән эшләп табырға була. Иптәшем дә, мин дә ауыл тормошо өсөн яралтылғанбыҙ. Әле Хәйҙәр йылҡы малын тағы ла ишәйтеү хаҡында һүҙ ҡуҙғата. Ә мин яҡшы тоҡомло, юғары продуктлы һәүкәштәр һауыу хаҡында хыялланам. Хужалыҡ эштәрендә балаларыбыҙ ныҡлы терәккә әйләнде. Өлкән ҡыҙҙарым Алһыу менән Алтынай – иң ышаныслы ярҙам­сыларым. Улар бәләкәй туғандарын да ҡарашты. Улым Даян да аҡыллы бала. Ә инде бер йәшлек Айсулпан бөгөн бөтәбеҙҙең дә йөрәк наҙына ҡойоноп, иркәләнеп кенә үҫә. Шуны әйтә алам: татыулыҡ менән көн күрһәң, тормошта бер ниндәй ҡыйынлыҡ та ҡурҡытмай.





Автор: М. ШӘРИПОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға