«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортлоҡ



28.06.2019 Башҡортлоҡ

«Беҙ большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа түгел, беҙ – башҡорттар!» (Башҡорт Шураһының 1-се фарманынан).

Ҡыҙылдар ҙа түгелбеҙ,
Аҡтар ҙа беҙ түгелбеҙ.
Башҡорттар беҙ, башҡорттар!
Беҙ һаман да үҙебеҙ.
Үҙгәрешһеҙ был оран,
Һаман да ул бөгөнгө.
Килмәй бер ҙә өмөттән,
Үҙебеҙҙән төңөлгө.
Азат түгел беҙ һаман,
Ирекле ил түгелбеҙ.
Хыялыбыҙ – азатлыҡ!
Маҡсатыбыҙ үлемһеҙ.
Аҡ яҡлы ла түгел беҙ,
Ҡыҙыл яҡлы түгелбеҙ.
Үҙебеҙ яҡлы бары беҙ!
Бөлөнгөс бар бүленгес.
Бүлдермәйбеҙ милләтте,
Беҙ һаман да бер бөтөн.
Беҙ һаман да башҡорттар!
Булмай беҙҙе өркөтөп.
Һаман да бит, һаман да
Кәрәк оран һалырға:
Яралғанбыҙ донъяға
Үҙебеҙ булып ҡалырға!
Үҙе була алғанға
Тейеш иң ҙур алҡыштар.
Халыҡ итеп тыуҙырған
Хоҙай яҡлы башҡорттар.





Автор: Т. ҠАРАМЫШЕВА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға