«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Экстремизмға ҡаршы программа



15.02.2011 Экстремизмға ҡаршы программа

«Башҡортостан Республика­һын­да 2011 – 2013 йылдар­ға терроризм һәм экстремизмды профилактикалау» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Был хаҡта тейешле ҡарарға Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Социаль-сәйәси, дини, этник нигеҙҙә тыуған низағтар­ҙы профилактикалау һәм иҫкәртеү сараларын әүҙемләштереү программаның төп бурысы булып тора. Атап әйткәндә, мәғлүмәти-аңлатыу эшенә, дәүләт власы органдарынан тыш, киң мәғлүмәт сараларын, йәмәғәт ойошмаларын, ғалимдарҙы, дини конфессиялар вәкилдәрен йәлеп итеү тураһында ла һүҙ бара. Дәүләт ҡарамағында булмаған ойошмалар һәм органдар ҙа, мәсьәләгә етди ҡарап, республикала тәртип булһын өсөн үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға