«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Полиция эш башлай



12.02.2011 Полиция эш башлай

Полиция эш башлайРәсәй Президенты Дмитрий Медведев «Полиция тураһында» законға ҡул ҡуйҙы һәм документ 1 марттан үҙ көсөнә инәсәк. Эске эштәр органдарында реформаны «яҙыусылар»ға, парламентарийҙарға, Президентҡа, йәмәғәтселеккә яңы закон бойомға ашырыла башлаһын өсөн бер йылдан да әҙерәк ваҡыт талап ителде.
ҡануниәтте үҙгәртеү – бер, ә органдарҙа эш сифатын күтәреү тағы ла мөһимерәк эш. Бының өсөн артабан да указдар, ҡарарҙар сығасаҡ әле. Шуныһы билдәле: эске эштәр органдарының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре аттестация үтәсәк. Ил Президентының белдереүенсә, был полицияға тик иң яҡшы белгестәр күсеүен тәьмин итәсәк. Нәҡ улар өсөн дәүләт торлаҡ, белем алыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү мәсьәләһен хәл итәсәк. РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев полицияның штаты, милиция менән сағыштырғанда, 20 процентҡа әҙерәк буласағын әйтте. 2012 йылға полицейскийҙарға хеҙмәт хаҡы түләүҙең дә яңы системаһы эшләй башлаясаҡ. Мәҫәлән, полиция лейтенанты 45 мең һумдан да кәм алмаясаҡ.
Яңы полицияға яңы талаптар билдәләнгән. Беренсенән, терроризмға ҡаршы көрәш. Был иң ҙур проблема. Икенсенән, экстремистик сығыштарҙы, милләт-ара һәм дин-ара ыҙғыш тыуҙырырға маташыусыларҙы ҡәтғи рәүештә тамырынан ҡоротоу. Өсөнсөнән, ойошҡанлы енәйәтселек менән көрәшеү. Быға ришүәтселек проблемаһы ла инә.
Бынан тыш, Д. Медведев ил төбәктәрендә теркәлеү тәртиптәрен боҙоуҙа яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы көсәйтеү тәҡдимен дә еткерҙе. Был юҫыҡта сит ил граждандары тарафынан ҡылынған енәйәттәрҙең артыуы уйға һала.
Шулай ҙа милиция менән полиция араһында төп айырма нимәлә сағыласаҡ?
1. Полицейский ябай кеше менән аралаш­ҡанда мотлаҡ вазифаһын, исем-фамилияһын, званиеһын әйтергә, граждан һораһа, кенәгәһен күрһәтергә бурыслы. Был норма элек тә бар ине, әммә ҡайһы бер милиционерҙар уны бик теләмәй генә үтәне. Вәғәҙәләүҙәренсә, полицейский исем-аты яҙылған жетон йөрөтәсәк.
2. Полиция тарафынан ҡулға алынған кешегә, әгәр ул енәйәтселектә ғәйепләнмәгән йә быға тиклем хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡасып йөрөмәгән булһа, яҡындары менән телефондан һөйләшергә рөхсәт ителәсәк. Полиция хеҙмәткәре гражданға ҡулға алыныу сәбәптәрен аңлатырға бурыслы.
3. «Яңыса» хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәренә «суҡмар», йәғни дубинкаһы менән артыҡ һелтәнергә юл ҡуйылмаясаҡ, хатта санкцияланмаған митингыларҙы (юл, учреждениелар
баҫылмаһа) таратҡанда ла. Шулай уҡ полицейскийға башҡа кеше именлегенә янамаусы әсә буласағы билдәле ҡатын-ҡыҙға, бәлиғ булмаған­дар­ға һәм инвалидтарға ҡарата көс ҡулланыу тыйыла.
4. Граждандар фатирына тик ғүмергә ҡурҡыныс янағанда ғына «бәреп» инергә мөмкин. Ул саҡта полиция хеҙмәткәре 24 сәғәт эсендә етәксеһенә, күҙәтеү алып барған прокурорға рапорт бирергә тейеш.
5. Бизнес-тикшереүҙәр алып барыласаҡ. Был ришүәтселеккә нигеҙ булмаҫмы, тип тә хәүефләнергә урын бар, шулай ҙа закон автор­ҙары уны практикала ҡулланғандан һуң ниндәй­ҙер һөҙөмтә яһап, бәлки, төҙәтеүҙәр ҙә индерер.
6. Граждандарға суд рөхсәтенән тыш досье туплау рөхсәт ителә. Бынан яңы законда полицияның хоҡуғы киңәйә тигәнде аңларға була, сөнки, дөйөм алғанда, илдең һәр бер тиерлек бәлиғ булған кешеһе «жетонлы»ларҙың мәғлүмәттәр базаһына инеүе ихтимал.
7. Халыҡ алдында отчет биреү. Законда аҡҡа ҡара менән аныҡ яҙылған: полиция эше йәмәғәтселектең күҙәтеүе аҫтында барасаҡ. Шул уҡ ваҡытта полиция дәүләт, муниципаль власть органдары, граждандар алдында эше тураһында яуап тоторға тейеш булһа ла, уның тәртибен полицияның үҙендә билдәләйәсәктәр. Ул эш нисек ойоштороласағы әлегә билдәһеҙ.
Яҙыуыбыҙса, яңы закон буйынса полиция кадрҙарының һөнәри һәләтен күтәреүгә ҙур талап ҡуйылған. Мәҫәлән, полиция бүлегенең, уның етәксеһенең эшмәкәрлегенә шул биләмәлә йәшәүселәр кире баһа бирһә, был уларҙы эштән бушатыуға ла сәбәпсе булыуы ихтимал.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға