«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Бюджетник»тарҙың эш хаҡы күтәрелде



12.02.2011 «Бюджетник»тарҙың эш хаҡы күтәрелде

2011 йылдың 1 ғинуарынан республикала минималь эш хаҡы 5500 һум күләмендә билдәләнде. Бер үк ваҡытта бюджет өлкәһе хеҙмәткәр­ҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн улар­ҙың минималь оклад күләмен 6,5 процентҡа арттырырға ҡарар ителгән. Был маҡсатта бюджеттан 4 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
РФ Президенты Д. Медве­девтың 2011 – 2013 йылдарҙа бюджет сәйәсәте тураһындағы Мөрәжәғәтнамә­һенә ярашлы, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фондын 2011 йылдың 1 июненән күтәреү ҡарал­ған. Республика Президен­тының инициативаһы буйынса төбәктәге «бюджетник»тар йыл башынан уҡ арттырылған эш хаҡы ала башлаясаҡ. Мәҫәлән, райондарҙа уҡытыу­сыларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 12631 һум тәшкил итһә, хәҙер 13452 һум аласаҡтар. Табиптарҙың эш хаҡы 21668,83 һумдан 23077,3 һумғаса артасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға