«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «...Һәр бер милләт – уның гөлө»



12.02.2011 «...Һәр бер милләт – уның гөлө»

Өфөнөң Конгресс-холында РФ Дәүләт Советы президиумының «Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу саралары» темаһына ултырышы үтте
«...Һәр бер милләт – уның гөлө»Ҙур сара алдынан Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфө ғилми үҙәгенең Этнология тикшеренеүҙәре институтының археология һәм этнография музейында булды. Ул Урал төбәгендә борондан алып йәшәгән халыҡтарҙың этно-мәҙәни мираҫын һаҡлаусы эре музейҙарҙан һанала. Дмитрий Медведев менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов һәр залды ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ил етәксеһен бигерәк тә солоҡсолоҡҡа, һунар һәм балыҡсылыҡҡа бәйле экспонаттар, башҡорт милли кейеме, тирмәһе мауыҡтырҙы. «Сармат алтыны» үҙенсәлекле коллекцияһы иһә барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
Дмитрий Анатольевич ошонда уҡ республикала йәшәүсе күп һанлы милләттәр вәкилдәре менән осрашты. Ил башлығы белдереүенсә, Дәүләт Советы ултырышының быуаттар дауамында күп төрлө халыҡтар татыулыҡта йәшәгән Башҡортостанда уҙғарылыуы символик әһәмиәткә эйә.
– Беҙҙең илдә милли берҙәмлекте нығытыу­ҙың мөһимлеге тураһында оноторға ярамай, – тине Д. Медведев.
Конгресс-холда ла республикалағы милли һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәр әҙерләгән бай күргәҙмә эшләне. Бында төрлө халыҡтарҙың торлаҡ өлгөләре, кейем-һалымы, милли аш-һыуы, сувенирҙар ҡуйылған. Шулай уҡ Башҡортостандың Милли музейында һаҡлан­ған экспонаттар ҙа урын алғайны.
Дәүләт Cоветы ултырышында төп доклад менән Ростов өлкәһе губернаторы, Дәүләт Cоветының эш төркөмө етәксеһе Василий Голубевтың, РФ төбәк үҫеше министры Виктор Басаргиндың сығыштары яңғыраны.
РФ Президенты ҡарамағында милли мәсьә­ләләр буйынса совет ойоштороу тураһында ла һүҙ булды.
Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 18 декабрендәге ҡарары менән Дәүләт Cоветының президиумы раҫланды. Уның составына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Саха (Яҡут) Республикаһы Президенты Егор Борисов, Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахруков, Коми Республикаһы башлығы Вячеслав Гайзер, Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев, Ямал-Ненец Автономиялы Округы губернаторы Дмитрий Кобылкин, Дағстан Президенты Магомедсәлим Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев ингән.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр темаһы Дәүләт Советының 2010 йылдағы һуңғы ултырышында (декабрҙә) күтәрелгәйне.

А. ЗИННУРОВА.
(Дәүләт Советы ултырышы хаҡында
ентекләберәк киләһе һанда уҡырһығыҙ).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға