11.06.2019
Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!
Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамамланды.
21 май иртәһе редакциябыҙҙа ҡыҙыу башланды. Ни булды, тиерһегеҙ: уҡыусыларҙың ижади бәйгеһенә йомғаҡ яһаныҡ. Башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә донъя күргән эштәрҙе ҡараны.
– Быйылғы эштәр үҙҙәренең тулы, йыйнаҡ булыуы менән айырыла, – тине Тимерғәле Әбделнәғим улы. – Уларҙа сюжет бар, тасуирлауҙары ла урынлы. Шулай итеп, яҙыусы булараҡ, үҙ баһамды бирәм. Башҡорт телен һаҡлау, яҡлауға арналған мәҡәләләрҙең күплеге хайран ҡалдырҙы. Конкурс йылдан-йыл үҫешә, уның мәғәнәһе лә арта. Уҡыусылар бер-береһенән күреп сәмләнеп ярыша, конкурс уларҙы дәртләндерә, ҡанатландыра. Эштәрҙә етди фекерләү бар, мәҡәләләр фантазия менән ысынбарлыҡ аша көндәлек проблемалар өҫтөндә уйландыра. Ярышсыларҙы әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына рәхмәт, балаларға аҡыл һәм яҙыу мәҙәниәте биргәндәр. «Йәшлек» гәзитенең йыл да ошолай конкурс үткәреүе, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.
Бәйге 2018 йылдың октябрендә башланды. Һигеҙ ай буйы беҙ «Бәйләнештә» селтәре, электрон почта аша ҡулъяҙмаларҙы ҡабул иттек, уларҙы гәзит биттәрендә баҫтырҙыҡ, сайтҡа һалдыҡ. Конкурсҡа ебәргән эштәрҙә уҡыусы-студенттар халҡым, телем, ерем тип янып-көйә, тәбиғәтте һаҡлау, киләсәкте күҙаллау, тарих хаҡында уйлана. Ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән идея-фекерҙәр күп осраны. Ебәрелгән ҡулъяҙмалар араһынан 18 мәҡәлә һайлап алынып, гәзит биттәрендә, сайтта донъя күрҙе.
Баһалама комиссияһы ташҡа баҫылған эштәрҙе ҡараны. Премияларҙы алты кешегә бирергә ҡарар иттек. Бынан тыш, өс уҡыусыға «Йәшлек» гәзитенең махсус призы тапшырыласаҡ.
Шулай итеп, 2019 йылғы бәйгелә беренсе премияны «Асылыбыҙ – тыуған ерҙә, туған телдә» тигән мәҡәләһе менән
Гөлдәриә ҒАЙСИНА яуланы.
Ул – Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы ҡыҙы. Күмертау ҡалаһындағы 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатында 11-се класта уҡый, «Рухи мираҫ» йәш журналистар түңәрәге ағзаһы. Автор үҙ эшендә тыуған ил, ауыл яҙмышы тураһында уйлана, тел мәсьәләләрен күтәрә. Баһалама комиссияһы ағзалары Гөлдәриәнең эшен юғары баһалап, уға беренсе премияны бирергә хәл итте.
Икенсе премия ике кешегә бирелде. Улар – Өфө ҡалаһындағы 48-се башҡорт гимназияһының 8 Б класы уҡыусыһы
Искәндәр ШӘМҒОЛОВ менән Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылындағы Советтар Союзы Геройы З. Үтәғолов исемендәге мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы
Нәфис ИШҺАРИН. Өсөнсө премия өс кешегә тапшырыласаҡ. Уға Асҡын районы Ҡыйғаҙы урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы
Хәлимә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА, Әбйәлил районы Амангилде урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы
Әлиә ӨМӨТҠУЖИНА, Баймаҡ районы Билал мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы
Гөлфирә НАРЫНБАЕВА лайыҡ булды.
«Йәшлек» гәзитенән махсус бүләктәр түбәндәгеләргә бирелде:
– Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы
Таңсулпан РАЙМАНОВА;– Рәми Ғарипов исемендәге 1-ce башҡорт республика гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы
Разия ҒИБӘҘӘТОВА;– Күмертау ҡалаһының Республика политехник лицей-интернаты 11-се класс уҡыусыһы
Диана СОЛТАНГӘРӘЕВА.Эштәре гәзиттә баҫылып та, урын алмағандар ҡайғырмаһын. Улар «Халҡым киләсәге» номинацияһында билдәләнде:
– Азалия Камалова (Баймаҡ районының Өмөтбай мәктәбе, 8-се класс);
– Вилиә Кинйәбаева (Баймаҡ, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, беренсе курс студенты);
– Наҙгөл КҮСӘРБАЕВА (Баймаҡ лицей-интернаты, 10 А класы);
– Линиза ШӘЙХИТДИНОВА (Учалы районының Ураҙ лицейы, 8-се класс);
– Индира ӘҘЕҺӘМОВА (Баймаҡ районының Сәйғәфәр мәктәбе, 11-се класс);
– Ғәзинур ИҪӘНАМАНОВ (Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы, 2-се курс студенты);
– Юлиә БОҪҠОНОВА (Йылайыр районының Матрай мəктəбе, 10-сы класс)
– Гөлшат НУРЛЫЕВА (Асҡын районы Ҡыйғаҙы мәктәбе, 10-сы класс);
– Мәүлиҙә МӘҒӘФҮРОВА (Әбйәлил районының Буранғол мәктәбе, 11-се класс).
Еңеүселәргә ошо адрес буйынса редакцияға: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 814-се кабинет, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем килеп, бүләктәрен һәм Шөһрәтнамәләрен алырға ҡала. Рәхим итегеҙ!
1, 2, 3 премия алыусыларҙы «Йәшлек» гәзите журналистары «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә үҙҙәре барып ҡотланы.