«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Милиция һаулыҡ һағында



12.02.2011 Милиция һаулыҡ һағында

Башҡортостан Республика­һы буйынса Эске эштәр ми­нис­тр­лығы ҡарамағындағы Дәү­ләттән тыш хәүефһеҙлек структуралары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса коорди­нация со­веты Республика ба­ла­лар клиник дауаханаһына ике медицина ҡорамалы һатып алыу өсөн сертификат тапшыр­ҙы.
1 миллион һумлыҡ сертификатҡа юғары технологиялы ике аппарат һатып алынған. ҡорамалдар балаларҙың йөҙ-яңаҡ үҫешенә ҡамасау иткән сирҙәрҙе хирургия ысулы менән дауалау өсөн яраҡлаш­ҡан.
Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Марат Еникеев билдәләүенсә, заманса ҡорамалдар дауахананың хирургия бүлегенә урынлаштырылған. Быға тиклем балалар операция яһау өсөн Мәскәүгә ебәрелгән. Хатта яңы тыуған сабыйҙар ҙа ҙур проблемалар менән илебеҙҙең баш ҡалаһына оҙатыл­ған.
Йөҙ-яңаҡ сиренә дусар булған һәр бала хәҙер үҙебеҙҙең республикала дауаланыу мөмкинлегенә эйә. Шу­ны­һы мөһим – дауаханала яңы ме­то­дика буйынса дауаларға һәләтле белгестәр бар.
Марат Еникеев билдәләүенсә, республикала йыл һайын йөҙ-яңаҡ патологияһы менән 3 – 4 сабый тыуа.
Сертификат тапшырыу тантанаһында Баш­ҡортостан Рес­пуб­ликаһы бу­йын­са эске эштәр министры, милиция генерал-лейтенанты Игорь Алешин, Башҡортостан Республикаһы­ның бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрова, Баш­ҡортос­тан Республикаһы бу­йын­са Эске эштәр министрлығы ҡара­ма­ғын­дағы Дәүләт­тән тыш хәүефһеҙлек структуралары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса координация советы рәйесе, милиция генерал-майоры Александр Овчин­ни­ков һәм башҡалар ҡатнашты. ҡунаҡтар дауаханаға сертификат ҡына түгел, балаларға уйынсыҡтар ҙа бүләк итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға