«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



12.02.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты Мы­сырҙан студенттарҙы алып ҡай­тыу­ҙы ойошторғаны өсөн республика Пре­зиденты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт хаты ебәрҙе. «Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы, – тиелә хатта, – ауыр хәлдә ҡал­ғанда студенттар, уларҙың ата-әсәләре һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күреүегеҙ ысын күңелдән тетрәндерҙе. Бындай аҙым йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо һәм ил, республика етәкселегенә ихтирам тәрбиәләүҙең иң яҡшы өлгөһө булып тора».

Башҡортостан Президенты үҙе­нең Указы менән 2011 йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар программаһын раҫланы. Программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә аҡса бүлеү иҫәбенә 3482 даими эш урыны булдырыласаҡ. Эштән бушатылыу ҡурҡынысы янаған 417 хеҙмәткәргә профессиональ уҡыу­ҙар ойоштороласаҡ, 209 инвалид балаға һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәгә эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк.

16 февралдә республиканың мосолман йәштәре форумы үтәсәк. Унда традицион исламдың үҫеше, наркоманияны һәм дини экстремизмды иҫкәртеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Форумға Урал аръяғы райондары йәштәре саҡырыла.

Өфөлә тағы ла бер баҙар төҙөләсәк. Баш ҡала мэры Павел Качкаев әйтеүенсә, был ҡарар республика етәкселеге кимәлендә хәл ителгән. Маҡсат – ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр үҙ тауарҙарын үҙҙәре һатырға тейеш.

«Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте яғыулыҡҡа хаҡтарҙы төшөрҙө. 10 февралдән дизель яғыулығының бер литры 25 һум 80 тиндән 25 һум 50 тингә төштө. Был хаҡта предприятие Рәсәй Федераль антимонополия хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына хәбәр итте.

12 – 13 февралдә Башҡортос­тан­да «Лыжня России – 2011» үтә. Республикала бишенсе тапҡыр ойошторолған саңғы ярыштарында ун меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар – мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, ойошма һәм предприятие, дәүләт учреждениелары вәкилдәре, саңғы спортын һөйөүселәр.

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ ҡалаһындағы филиалында 300-ҙән ашыу студент белем ала: 200-ө – көндөҙгө бүлектә һәм 120-һе – ситтән тороп уҡыу бүлегендә. Уҡыу йортонда йәштәргә бе­лем һәм һөнәр алыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Ошо көндәрҙә йәшәү өсөн заманса шарттары булған 35 урынлыҡ дөйөм ятаҡ файҙаланыуға тапшырылды.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға