«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү - бәхет



20.05.2019 Йәшәү - бәхет

Баймаҡ районы Сәйғәфәр мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Таңсулпан РАЙМАНОВА:

Мин - бәхетле. Һәр иртәмде йылмайып ҡаршылайым. Имен атҡан таңдарым, уҡыуҙа һәм шатлыҡта үткән көндәрем, тәмле төшлө тыныс төндәрем өсөн ҡат – ҡат шөкөр ҡылам. Шундай бәрәкәтле, бай тарихлы, хозур тәбиғәтле, тын юлдарын иркенәйтеп ебәрерҙәй саф һауалы, йомарт ерле илдә йәшәү – үҙе бер бәхет.

Хуш еҫле хәтфә болондар, ғорур ҡаялар, мәғрур тауҙар, ҡуйы урмандар, алтын башаҡлы баҫыуҙар, мул һыулы йылға-күлдәр, эшсән халҡым, ауылдаштарым, ғәзиз ата–әсәйем, ихлас күңелле дуҫтарым – барыһы ла минең бәхет һәм илһам сығанағы.

Тыуған еренә, туған халҡына, яҡындарына кәрәкле кеше булып, изгелек өләшеп, уларҙың йылылығын тойоп, хеҙмәт емештәренә һөйөнөп йәшәгәндә генә әҙәм балаһы үҙен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тоя. Юҡҡа ғынамы ни Пифагор: «Бәхет артынан ҡыума: ул һәр ваҡыт һинең үҙеңдә»,- тип әйтмәгән бит!

Ҡайһы берәүҙәрҙең ошондай бәхет ҡәҙерен белмәүен күреп, йөрәк әрней. Улар аяуһыҙ рәүештә тәбиғәткә зыян килтерә: ағастарҙы ботарлай, кейек–ҡоштарҙы ҡыра, йылға–күлдәргә бысраҡ ташлай. Кемдәрҙер тик торғандан яҡындарын рәнйетә, ҡара көнсөллөгөнә батып, башҡаларға гел яуызлыҡ теләй, ялған һүҙ һөйләп, ер йөҙөнә аламалыҡ тарата. Иленә, халҡына хеҙмәт итерҙәй аяҡ–ҡулдары, донъяның гүзәллегенә һоҡланырҙай күҙҙәре, шат ауаздарҙы ишетерҙәй ҡолаҡтары һәм башҡа ағзалары һау – сәләмәт була тороп та, тормошҡа зарланып йәшәүселәр, шуларҙың ҡәҙерен белмәүселәр – иң оло юғалтыу кисереүселәр ул.

Изгелек өләшмәгән, хеҙмәт тәмен татымаған, эргә–тирәһендәгеләр менән дуҫлыҡ алып бармаған, хаҡлыҡ өсөн көрәшмәгән кеше эске балҡышын юғалта. Йөрәген тут баҫҡандар яуызға әйләнә, тирә-йүненә гел аламалыҡ күҙлегенән ҡарай, кеше бәхетенә көнләшә, ҡайғыһына шатлана, эшләгән эштәре лә үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға ғына ҡайтып ҡала. Ундайҙар булғанына шөкөр итә, бәләкәй генә шатлыҡты ла оло итеп ҡыуана, башҡаларға файҙа килтереп хеҙмәт итә алыуына һөйөнә белмәй. Улар өсөн бөтә нәмә байлыҡҡа бәйләнә. Йәшәү йәме, дуҫлыҡ ҡәҙере, ғәҙеллек ҡиммәте, яуаплылыҡ, намыҫ кеүек төшөнсәләр ҙә ят улар өсөн.

Бәхет - байлыҡ та, ҡысҡырып торған шатлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барынан ҡәнәғәтлек тә түгел, ә шуларҙан юғарыраҡ торған йән рәхәте, йәшәү йәме ул. Иң ауыр ваҡытта ла рухи төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарау үҙе батырлыҡ түгелме ни?!

Иртән торғанымда ла, кис ятҡанымда ла биргән ниғмәттәренән, мәрхәмәтенән, яҡындарымдан, ғәзиз еремдән айырмауын үтенеп, күктәргә төбәлеп доға ҡылам. Күңел тыныслығы, ил именлеге, тән һәм рух сәләмәтлеге һорайым. Ошоларҙан мәхрүм булыуҙан да олораҡ бәхетһеҙлек юҡтыр ул был донъяла.





Автор: Т. Аманов
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға