20.05.2019 Ололар тәрбиәһе балаға тамыр бирә
Өфө ҡалаһындағы 48-се башҡорт гимназияһының 8 Б класы уҡыусыһы Искәндәр ШӘМҒОЛОВ:
– Олатай!
– Әү, улым.
– Башҡорттар элек һуғышып ҡына йөрөгәндәрме?
– Ниңә улай уйлайһың әле?
– Мәктәптә Ҡаһым түрәне үттек, ҡурайҙа “Байыҡ”, “Бейеш”, “Батырҙар маршы” кеүек әҫәрҙәрҙе өйрәнәбеҙ. Тарих дәресендә лә – йә ихтилал, йә һуғыш...
Олатайым менән телефондан һөйләшкәндә ошондай һорауҙы бирҙем. Оҙаҡ ҡына тын торғас, ул:
– Киләһе аҙнала ауылға киләһең бит, шунда бер ергә алып барырмын. Башҡорт халҡының тик һуғышып ҡына йөрөмәгәнен үҙең күрерһең, – тине.
Уҡыу йылының һуңғы аҙнаһын энә өҫтөндә ултырғандай үткәрҙем. Әллә бик көткәнгә элек һиҙелмәй үткән көндәр һуҙылды ла һуҙылды.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылына килеп еткәндә эңер төшкәйне. Йәшелсәгә һыу ҡойоп, малдарҙы индергәнсе төн етте, һөйләшеп ултырырға ваҡыт булманы.
Ә инде иртән иртүк өләсәй, тор, балам, олатайыңдың тыуған ауылына барабыҙ, тип уятты. Был хәбәр мине аптыратты. Ни өсөн тигәндә, олатайым Рәүеф Ҡәйүм улы Ирназаров өләсәйем Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы менән мин иҫ белгәндән Ташбулатта йәшәй. Олатай – күрше Күсем ауылы мәктәбендә, өләсәй Ташбулатта уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Тиҙ генә аяҡ өҫтө ҡапҡылап, олатайҙың машинаһына инеп барғанды өләсәй күреп ҡалды.
– Улым, былай булмай, шорты-футболкаңды алмаштыр, олатайыңдың олаталарына аят уҡытырға барабыҙ, – тигәс, теләр-теләмәҫ кенә кейемде алмаштырырға тура килде.
Әбйәлилдең тәбиғәте матур. Юл ситен байҡайым. Бер-бер артлы мөлдөрәп ятҡан күлдәрен, мәғрур тауҙарын, ҡуйы урмандарын яйлап ҡына ҡылғанлы ялан алмаштырҙы. Мин, ауыл тормошон һағынған ҡала балаһы, тәбиғәткә һоҡланып, ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Олатай ҙа машинаны етеҙ йөрөтә.
Әлмөхәмәт ауылына килеп еткәндә, ҡояш шаҡтай өҫкә күтәрелгәйне, мәсет янына байтаҡ кеше йыйылғайны. Олатай менән өләсәйҙе күптән көткәндәй ҡаршы алдылар. Хәҙрәттең вариҫтары килгән, тип мине лә түргә мендереп ултырттылар.
Һүҙҙе оло ғына йәштәге ауыл муллаһы алды:
– Ҡәҙерле ҡунаҡтар, ауылдаштар, бөгөн ҙур эш атҡарырға, ауылыбыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең мәртәбәле аҡһаҡалын иҫкә алырға йыйылдыҡ. Мәсетебеҙҙең исемен йөрөткән ишан Ғәбделханнан Ноғомановты иҫкә алып, аят уҡытыу форсаты тейҙе. Ишан 1850 йылда Ҡолбаҡты, хәҙерге Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Белем үрҙәренә лә ошо ауыл муллаһы Абдулвәдүт Ғәлиәкбәровта уҡып үрләй башлай. Аҙаҡтан Өфө, Бохара, Мәккә ҡалаларында уҡый. Белеме етерлек кимәлдә булғас, Нәҡшбәндиә суфыйлығы йүнәлешендә Истанбул ҡалаһы мәҙрәсәһендә өс йылдан ашыу уҡыта. 1879 йылда тыуған еренә ҡайтып, мәҙрәсәлә шәкерттәргә белем бирә башлай. Бында уҡытыу ике йүнәлештә бара. Дин дәрестәренән тыш, донъяуи белем – математика, тарих, география, астрономия фәндәре, ғәрәп һәм төрөк телдәре лә алып барыла. Алдынғы ҡарашлы мәҙрәсәлә 1882 йылдан эшләгән ишанды 1922 йылда ҡулға алалар. Йылайыр төрмәһендә өс ай ултырғас, начальниктың ауырыуын дауалаған өсөн сығаралар. Ошо аҙ ғына ваҡытта мәҙрәсә һәм мәсеттәрҙе һүтеп, Баҡырүҙәккә күсерәләр. Ишан быны күтәрә алмай, үлеп ҡала. Уның ҡәбере Әлмөхәмәт ауылында, ошо ауыл мәсете лә уның исемен йөрөтә.
Ишан Ғәбделханнан Ноғомановтың тормошо мине тетрәндерҙе. Башҡорттар араһында революцияға ҡәҙәр бындай зыялылар булыуы асыш булды, уйландырҙы.
Ниңәлер беҙҙең башҡорттар балаларҙы ололар менән һирәк аралаштыра. Бер яҡтан, тәрбиәбеҙ шулай. Икенсе яҡтан, ололар – үҙ, балалар үҙ ҡаҙанында ҡайнағас, күп нәмәне белмәй үҫә. Ерле тарих, ололар тәрбиәһе беҙҙән ситтә үтә. Атай-әсәйҙәрҙең һәр саҡ ваҡыты етмәй. Төрлө түңәрәккә йөрөтөп, спорт, музыка, сит телдәр генә өйрәтеп, беҙҙе бөтөнләйе менән манҡорт итеп үҫтерәләр.
Булат Солтангәрәев төшкән видеоларҙы, уның яҙған әйберҙәрен ҡарайым. Ололар кимәлендә фекер йөрөтөүе, улар менән тиң аралашыуы өлкәндәрҙең тәрбиәһенән килә. Беҙҙе лә күберәк шул йүнәлештә өйрәтһәләр, күптәребеҙҙең аңы икенсерәк үҫер ине. Был осраҡта башҡорттар араһында аңлы йәштәр үҫер, эшҡыуарҙар, ғалимдар күберәк булыр ине, тип уйлайым.
Олатай менән өләсәй тәрбиәһе бөтөнләй башҡа икәнлегенә инандым. Уларҙың шулай ипләп кенә күңелемә бөтөнләй икенсе йүнәлештә фәһем һалыуын, йөрәгемә изгелек орлоҡтарын сәсеүен миңә ғорурланып ҡабул итергә генә ҡала.