«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Уттан ҡотолоп булмай



08.02.2011 Уттан ҡотолоп булмай

Уттан ҡотолоп булмайБаш ҡаланың Совет районында сыҡҡан янғын биш кешенең ғүмерен алып китә. Янғын 5 февралдән 6-һына ҡарата төндә «Малая Вокзаль­ная» урамындағы бер ҡатлы шәхси йортта сыҡҡан.
«ҡыҙыл әтәс» тураһында янғын һүндереү часына күршеләре шылтырата. Утты һүндергән һәм конструкцияларҙы ҡутарған саҡта биш кешенең мәйете табыла. Уларҙың береһе – йорт хужаһы. ҡалған­дарының кем булыуы асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы вәкиле Алина Ғә­ниева әйтеүенсә, йорт хужаһы – 61 йәшлек ир милицияла, эскелек менән мауығыусы булараҡ, иҫәптә торған. Уның өйөндә даими рә­үеш­тә эскеселәр йыйылған. Быға тиклем иҫкәрмәләр эшләнһә лә, эскелектең ахыры ошо янғын булғандыр ҙа инде, күрәһең.
Янғын күрше йорттарға ла янаған, әммә янғын һүндереүселәр уға таралырға ирек бирмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға