«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылға



08.02.2011 Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылға

Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылғаБашҡортостандың баш ҡалаһында уҙған ял көндәрендә ит йәрминкәләрендә 20-нән ашыу райондан ауыл халҡы 68 тонна продукция һатты.
һатыусылар иҫәбендә эре ауыл хужалығы етештереүселәре генә түгел, фермерҙар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа булды. 35 тонна һыйыр итенең бер килограмы 180 – 240 һумдан, һарыҡ ите – 170-тән 230 һумға тиклем, йылҡы ите – 160 – 220, диетик тауыҡ ите – 90, сусҡа ите 150 – 200 һумдан һатылды.
ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙы бер аҙ тотороҡландырыу маҡсатында Өфөлә ҡышҡы ит йәрминкәләре башланды. Киләһе ял көндәрендә ҡала халҡы йәнә запас­тарын тулыландыра һәм урындағы етештереүселәрҙән сифатлы продукция һатып ала аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға