08.02.2011 Өс һөйләм менән
Өфө ҡалаһында «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале дауам итә. Уны «Таланттар планетаһы» балалар ижадын яҡлау һәм үҫтереү үҙәге ойоштора. Әлегә тиклем Һамар, Пицунда, Волгоград ҡалаларында үткән конкурс Өфөнән һуң Омск ҡалаһына юл аласаҡ.
Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы Рәсәй аграр вуздары профессорҙары һәм уҡытыусылары араһында үткән II «Сәләмәтлек» спартакиадаһында беренсе урынды яуланы. Өфөлә үткән ярыштарға илдең 26 юғары уҡыу йорто командалары йыйылды – Мәскәү, Воронеж, Волгоград, Брянск, Силәбе, Рязань, Белгород, Ижевск, Иркутск, Курск, ҡурған, Пермь, Ставрополь, Төмән һәм башҡа ҡалаларҙан 520-нән ашыу ҡатнашыусы. Һигеҙ спорт төрө – шахмат, өҫтәл теннисы, волейбол, йөҙөү, саңғы уҙышы, мини-футбол, атыу, дартс буйынса ярыштар үтте.
15 – 18 февралдә Өфө ҡалаһында йәш ғалимдарҙың һәм аспиранттарҙың VI Бөтә Рәсәй мәктәп-семинары буласаҡ. Өфө дәүләт авиация техник университетында үтәсәк семинар фәндең үҫешенә һәм проблемаларына арналасаҡ. Унда диссертация советтары рәйестәренең һәм ғилми секретарҙарының, күренекле ғалимдарҙың сығыштары планлаштырылған.
Башҡортостанда тәүлегенә һәр һыйырҙан һөт һауып алыу буйынса Саҡмағош районы малсылары алда бара. Республиканың ете районында һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым 10 килограмдан артығыраҡ. Саҡмағошта – 12,9, Ауырғазыла – 10,7, ҡырмыҫҡалыла – 10,6, Стәрлетамаҡта – 11,2, Тәтешлелә – 11,5, Өфө районында – 12, Учалыла – 11,3 килограмм.
Бөгөн республика Хәрби дан музейында «Афғанстандан Чечняға тиклем» тип аталған фотокүргәҙмә асыла. Күргәҙмәлә афған һәм чечен һуғыштарында ҡатнашҡан һалдаттар һәм офицерҙар тормошо тураһында 700-ҙән ашыу эш урын аласаҡ. Шулай уҡ хәрби интернационалистарҙың музейға тапшырылған әйберҙәре, ҡорал өлгөләре, һалдат кейемдәре лә ҡуйыласаҡ.
55 уҡытыусы-новатор баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы исеменә көрәшеүен дауам итә. Уҡытыусылар, үҙҙәренең инновацион педагогик проекттары менән таныштырып, асыҡ дәрестәр күрһәтте лә инде, алда синыф сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, лекция менән сығыш яһау, дебаттарҙа ҡатнашыу кеүек һынау төрҙәре ҡалды. 1 февралдә башланған конкурсҡа 18 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.
Башҡортостанда интернет аша һалым түләү буйынса отчет биреү системаһы киң популярлыҡ яулай бара. Ул 2003 йылдан ғәмәлгә инде һәм әлеге ваҡытта 16 меңгә яҡын юридик шәхесте һәм 10 меңдән ашыу шәхси эшҡыуарҙы хеҙмәтләндерә. Интернет аша отчет биреү системаһы – түләүле хеҙмәт, уны лицензиялары булған һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте менән килешеү төҙөгән махсуслашҡан элемтә операторҙары башҡара.
17 – 18 февралдә Башҡортостан милли паркында «Экологик һәм агротуризмды үҫтереүҙең инновацион технологиялары» тигән семинар үтә. Уны Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү институты ойоштора. Семинарҙа республикала туризмды үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.