«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Телебеҙ яҡлауға мохтаж



04.05.2019 Телебеҙ яҡлауға мохтаж

Гөлшат НУРЛЫЕВА, Асҡын районы Ҡыйғаҙы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы:

Атай-әсәй, тыуған йорт, туған тел, Тыуған ил. Улар – бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән, кешенең күңел түрендә сабый саҡтан урын алған иң ғәзиз төшөнсәләр. Туған телеңде яратыу – Тыуған илде, ата-әсәйеңде яратыу ул. Халыҡта “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел” тигән мәҡәл бар. Ысынында шулай.

Минең туған телем – башҡорт теле. Ул меңәр йылдар аша, тарих һынауҙарына бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.

Телһеҙ һөйләшеп тә, аңлашып та булмай. Унһыҙ мәҙәниәттең, фәндең, йәмғиәттең, кешенең үҫеше мөмкин түгел. Милләтте – милләт, халыҡты – халыҡ иткән нәмә – ул туған тел. Тик әсә теле генә, туған тел генә баланың һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәтен бөтә матурлығы менән сағылдыра. Уның шул телдә фекерләү мәҙәниәте, зауығы үҫә.

Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы. Шишмәләрҙе тамыры менән күсереп булмағандай, бер телде лә бер ҡасан да башҡа урындан килтереп, яңынан терелтеп булмаясаҡ.

Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла. Уны семәр биҙәккә оҡшатырға була. Ул, әйтерһең дә, төпһөҙ ҡойо, эсе тулы аҡыл, фәһем. Туған тел – беҙҙең халыҡтың данлы тарихы, быуаттар буйына тупланған хазинаһы. Тарих һынауҙарына бирешмәй, шул уҡ тулылығында бөгөнгәсә килеп еткән.

Тел аша ололар йәш быуынға үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт-нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшыра килгән. Ул беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген, уй-фекерҙәрен, тормошон, хыялдарын, йөрәк серҙәрен сисергә, күңел түрҙәренә үтеп инергә ярҙам итә.
Мин үҙемде бәхетле кеше тип һанайым. Башҡорт булыуым, Башҡортостанда тыуып үҫеүем менән бәхетлемен. Үҙен башҡортмон тип һанаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла? Сит-ят ерҙәрҙә ғүмер кисергән милләттәштәребеҙ бәхетлеме һуң? Ярай, ситтә үҙ асылын юғалтмағандар күп, улар ихтирамға лайыҡ. Ә атай-олатайҙар төйәгендә йәшәп тә, үҙен сит милләт кешеһе итеп күрһәтергә теләп, икенсе телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни? Үҙенең башҡортлоғон танымай, милләтен үҙгәртеп йөрөгәндәр күпме?

Беҙҙең телебеҙ шул тиклем һөйкөмлө, моңло, наҙлы, бай, йомарт. Тик ниңә беҙ уны юҡ итергә теләйбеҙ? Ни өсөн телебеҙгә ҡарата битарафлыҡ көндән-көн арта? Башҡорт булып та, үҙ-ара рус телендә һөйләшәбеҙ. Беренсе класҡа уҡырға килеүселәр ҙә русса аралаша. Телебеҙҙе юғалтһаҡ, уны кире ҡайтарып алыуы беҙгә бик ауырға тура киләсәк.

Милләттең яҙмышы өсөн беҙ, бигерәк тә бөгөнгө йәштәр, яуаплы. Уның киләсәге, йәшәүе, үҫеүе беҙҙең ҡулдарҙа. Мин бөтәбеҙҙе лә телде онотмаҫҡа, уны һаҡларға һәм киләсәк быуынға еткерергә өндәйем. Үҙ милләтебеҙҙе, уның телен, сафлығын һаҡлау өсөн көрәшеү – үҙен башҡорт тип һанаған һәр кемдең изге бурысы.

Милләттәштәрем! Милләтебеҙҙе, теле­беҙҙең сафлығын һаҡлайыҡ! Киләсәк быуын беҙгә үпкәләрлек булмаһын!





Автор: Т. Аманов
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға