27.04.2019
Һеҙ «цифр»ға тоташтығыҙмы?
Йәй башына тиклем өлгөрмәһәгеҙ, телевизорығыҙ күрһәтмәйәсәк
Июнь айында Башҡортостан илдең күп кенә төбәге менән бергә цифрлы телевидениеға күсә. Унан һуң аналог сигналы һүндереләсәк. Ошо сәбәпле, аңлатма бирергә булдыҡ.
Элек-электән килгән күренеш: телевизор ҡарау өсөн артына штекер тоташтырып, антеннаны өҫтөнә ултыртып йәки беркетеп ҡуябыҙ. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр кабель менән урамға сығарып, бейек һайғауға алюмин һыра банкаларынан, трактор двигателе прокладкаһы тимеренән антенналар эшләне. Ҡала фатирында тороусылар коллектив антеннаға тоташты.
Йылдар үтеү менән “ҡаралы-аҡлы” совет телевизорҙарын сит илдең төҫлөләре алмаштырҙы, улары плазма, шыйыҡ кристаллыһына үҙгәрҙе. Кабелле, “АйПи” телевидениеһы аша иҫәпһеҙ-һанһыҙ канал ҡараусылар ҙа артты. Шулай ҙа бүлмәләге сыбыҡ антенна ярҙамында телетапшырыуҙар ҡараусылар әле лә бихисап. Экранда ҡар яуған кеүек һүрәт, тауыш юғалыуы йәки “йөҙөүе”, “станциянан һүндерҙеләр” тип, каналдың юғалыуы – бына ошоларҙың барыһы ла аналоглы телевидение ғәләмәттәре.
«Цифра» нимә ул?
Ғинуар уртаһынан федераль телеканалдарҙың бөтәһе лә иҫкергән аналоглы телевидениенан цифрлы ТВ-ға күсә башланы. Был телевизор яратыусыларға күп кенә һөйөнөс килтерә. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап үтәйек:
– 20 федераль каналды һәм өс радио станцияһын юғары сифатта ҡарау-тыңлау мөмкинлеге. Барыһы ла бушлай;
– йәшен-маҙар, ел-дауылда, яуым-төшөмдә тауыш һәм һүрәт боҙолмай;
– юғары сифатлы HD һәм 4K каналдарын ҡарау мөмкинлеге;
– телетекст, тапшырыуҙар программаһы, цифрлы радио.
Быларҙың барыһын да элеккесә эшләп булмай: тапшырыу үҙәктәре ҡорамалдарын алмаштырыу, көйләү үтә ҡиммәткә барып баҫа. Аналог каналында бер телеканал бер йышлыҡта тапшырыла, сифатлы һүрәтте һәм тауышты телевизорға еткереү өсөн тулҡын ҡеүәте етмәй.
Яңы технология яһалма Ер юлдашы (DVB-S/S2/SH), кабель (DVB-C), эфир (DVB-T/T2) форматында бер каналда мультиплекс тип аталған каналдар пакетын ебәрә.
Беҙҙе эфирлы DVB-T/T2 ҡыҙыҡһындыра, уның буйынса Рәсәй биләмәһендә ике бушлай пакет тапшырыла. Беренсе мультиплексҡа – “Первый”, “Россия – 1”, “Матч ТВ”, “НТВ”, “Пятый канал (Петербург)”, “Россия – К”, “Россия – 24”, “Карусель”, “ОТР”, “ТВЦ (ТВ Центр)”, икенсеһенә “РЕН ТВ”, “СПАС”, “СТС”, “Домашний”, “ТВ3”, “Пятница!”, “Звезда”, “МИР”, “ТНТ”, “Муз ТВ” телеканалдары инә. Бынан тыш, “ВестиFM”, “Маяк”, “Радио России” радио станциялары ла ҡабул ителә.
Әлеге ваҡытта Останкино телебашняһы өсөнсө мультиплексты тапшыра – Мәскәү һәм өлкә халҡы 30 телеканалды ҡарай.
Мультиплексты нисек ҡарарға?
Әгәр ҙә кабелле ТВ, IP-ТВ йәки “спутник” тәрилкәһе менән ҡулланаһығыҙ икән, һеҙгә бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Операторҙар “цифр”ға үҙҙәре күсерәсәк.
Телевизор элеккесә бүлмә сыбыҡ антеннаһы йәки коллектив антенна аша тоташҡан икән, һеҙ “хәүеф” аҫтында. Уны ошолай итеп хәл итергә мөмкин:
– һеҙҙә DVB-T2 стандартын ҡабул иткән һәм MPEG4 видеоформатын тота алған заманса цифрлы телевизор булһа, каналдарҙы киренән көйләү ярҙам итәсәк. Форматтың тап килеүен телевизор инструкцияһынан йәки интернеттан тикшерегеҙ;
– телевизорығыҙ 2013 йылға тиклем эшләнгән. Был осраҡта электроника магазинында махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Уның хаҡы – мең һум тирәһе. DVB-T стандартлыһын алырға тырышығыҙ, ул киләсәктә лә эшкинәсәк.
Әгәр ҙә приставка һатып алдығыҙ икән, иҫке антеннағыҙҙы ташламай тороғоҙ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм муниципаль каналдар аналог рәүешендә тапшырыласаҡ. Уларҙы приставканың кабелен ысҡындырып, антеннаны ҡуйып ҡарарға тура киләсәк.
Приставка телевизорға нисек тоташтырыла?
Өс ысул бар:
– “Тюльпан” тип аталған төрлө төҫлө өс штекерлы RCA кабеле;
– HDMI кабеле;
– SCART аша. Ул ныҡ иҫке телевизорҙа була. Был осраҡта SCART-RCA йәки SCART-HDMI переходнигы аша тоташтырыу талап ителә.
Бер ни ҙә эшләмәнем, ти...
Телевизорығыҙ иҫке булған осраҡта, эфирҙа бер-ике телеканал – БЮТ, ҡала һәм райондарға эшләгәндәр генә ҡаласаҡ. Ҡалғандары ҡара экран күрһәтәсәк. Шуға күрә йә “йәшник”те яңыртырға, йә приставка алырға тура киләсәк.
Республикала хәл нисек?
Башҡортостан биләмәһенең 95 проценты “цифр”ға күскән. 160 мең кеше йәшәгән 691 ауыл яңы технологиянан ситтә ҡалған, 475-е өлөшләтә ҡапланған. Улар башлыса Бөрйән һәм Белорет райондарына тура килә.
Был нимәне аңлата? Тимәк, телевизор ни хәтлем заманса булмаһын, ул цифрлы сигналды тота алмай. Уны кабель йәки яһалма Ер юлдашы аша тоташтырырға кәрәк. “Спутник” операторҙары ҡорамалдарын ташлама менән һата башланы. Уға 20 федераль канал ингән бушлай социаль пакет та өҫтәлә. Әйткәндәй, ике мультиплексҡа быға тиклем “тәрилкә” алғандар ҙа тоташа аласаҡ.
Кемгә ярҙам итәсәктәр?
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, цифрлы телевидение булмаған урындарҙа йәшәгән граждандарға:
– пенсияға федераль өҫтәмә алыусы хаҡлы ялдағыларға,
– ай һайын балаһына пособие алған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә приставка һатып алған осраҡта, 1 мең һумға тиклем компенсация түләнә һәм яһалма Ер юлдашы ҡорамалы ҡуйыла.
Цифрлы тапшырыуға тулыһынса күсеү йәй башына, баҡса эштәре мәленә тура килгәс, халыҡ дачала, баҡсала телевидениеһыҙ ҡалмаһын өсөн Радий Фәрит улы халыҡ араһында аңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушты.
Әле приставка алыу өсөн ярҙамға биш меңдән ашыу кеше ғариза биргән.
Әгәр һорауығыҙ булһа...
Башҡортостанда цифрлы телевидение өсөн “Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыу селтәре” филиалы яуаплы. Килеп сыҡҡан һорауҙар менән төбәк консультация үҙәгенә +7(347)246-45-78 телефоны аша шылтыратығыҙ. Улар дүшәмбе-йомала иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске сәғәт 6-сы яртыға тиклем эшләй, ckp_ufa@rtrn.ru электрон почтаһына ла мөрәжәғәт итегеҙ.
Приставка һатып алғанда дәүләт ярҙамы алыу, оло йәштәге, аҙ хәрәкәт иткән граждандарға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса 8(800)347-00-55 төбәк “ҡыҙыу линия”һы эшләй (дүшәмбе-йомала иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске сәғәт 6-сы яртыға тиклем).
Федераль “ҡыҙыу линия”ға – 8(800)220-20-02 телефонына шылтыратып та кәңәшләшергә мөмкин.