«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тыуған төйәк бер генә



23.04.2019 Тыуған төйәк бер генә

Асҡын районы Ҡыйғаҙы урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Хәлимә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА:

Һәр кешенең тәү тапҡыр яҡты донъяға ауаз һалған, тормошҡа аяҡ баҫҡан ере була. Кеше шунда тыуа, шунда донъя менән хушлаша. Тыуған яҡһыҙ кеше ҡанаты ҡайырылған ҡош кеүек.

Йырҙарҙа йырланған, эпостарҙа данланған йәмле Башҡортостандың бәләкәй бер мөйөшөндә – Асҡын районының Ҡыйғаҙы ауылында тыуып үҫкәнмен. Минең өсөн Тыуған ил төшөнсәһе ата-бабаларым ниге­ҙенән, тыуған ауылымдан башлана.

Боронғоларҙың әйтеүе һәм тарихсыларҙың ҡәберлектәрҙе тик­шереүе буйынса, беҙҙең Ҡыйғаҙы бынан 300 йылдар самаһы элек барлыҡҡа килгән. Башта ҡайҙандыр крепостной башҡорт егете – Ҡыдай ауылдың хәҙерге урынынан ситтәрәк урынлашҡан күл янында йәшәй башлаған. Янында шишмә сыҡҡан, аҙаҡ ул ҡороғас, халыҡ Шишмәбаш тирәһенә күскән, тип иҫәпләй боронғолар. Йөҙ йыл самаһы үткәс, ауыл йылға буйлап түбәнгә һуҙылған. Бөгөн Ҡыйғаҙы Асҡын районында гүзәл тәбиғәте, татыу халҡы менән билдәле башҡорт ауылдарының береһе һанала.

Ауылымды бик яратам. Донъяға ауаз һалғас, күҙҙәремде асып ҡояш нурҙарына һөйөнгәнмен, тәүге сәскәләр еҫенән иҫергәнмен, хәтфә кеүек йомшаҡ үләненә баҫып, беренсе аҙымдар яһағанмын. Унан һуң донъя менән танышыуҙы ауыл мәктәбендә дауам иткәнмен.

Ауыл кешеләрен дә яратам! Улар үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән республикабыҙҙың үҫеүенә, төҙөк­ләнеүенә ҙур өлөш индерә.

Башҡортостаным менән ғорур­ланам! Борон-борондан сәсән телле, яугир рухлы ата-бабаларыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төбәк бит ул.
Тыуған яҡтың матурлығы, күңелдәге иң нескә ҡылдарҙы тибрәтеп, моңло көй булып урғылып сыға. Был көй – ҡурай моңо. Был моң Тыуған илдең икһеҙ-сикһеҙ далаларын, ҡуйы урмандарын, мул һыулы йылғаларын, күлдәрен данлай, азатлыҡ яулап, яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарын һағынып һыҡрай.

Азатлыҡ. Быуаттар буйына баш­ҡорттоң бәғерен өҙгөләгән һүҙ был. Эйе, ул еңел бирелмәне. Башҡор­тостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителгәндән һуң күп йылдар үтте. Хәҙер 11 октябрь беҙҙең иң оло байрамдарҙың береһе булып билдәләнеп килә.
Азатлыҡ тыуҙырған үҙгәрештәр күңелде шатландырып, киләсәккә яҡты өмөттәр уята. Хәҙер Башҡор­тостан ныҡ республика. Бер яҡтан, мин был күренешкә шатланам, ә икенсе яҡтан, йөрәгем һыҡрай. Әкиәттәрҙә, риүәйәттәрҙә данланған тәбиғәтебеҙ ағыуланыуҙан ыңғы­раша. Беҙгә уны бөйөк рәссам­дарҙың картиналары кеүек һаҡларға ине.

Бейек ҡая башында имән менән ҡайындың йәнәш үҫкәнен ҡарап торам. Улар икеһе бергә ҡышҡы бурандарға ла, көҙгө әсе елдәргә лә, йәйен йәшенле ямғырҙарға ла бирешмәй. Бер-береһенә тамырҙары аша һут биреп йәшәйҙәр. Башҡорт һәм татар, башҡорт һәм рус халыҡтары ара­һындағы дуҫлыҡты ошо ике ағасҡа тиңләйем.

Мин ҡан ҡойғос бәрелештәрҙең булыуын теләмәйем: һәр милләт үҙенең туған телен, тарихын өйрәнһен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаһын, динен тотһон, күршеһенә ҡаршы сыҡмаһын, уртаҡ тел табып, килешеп йәшәһен ине. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар.
Тыуған илебеҙ, ауылыбыҙ килә­сәктә лә матур һәм бай булһын өсөн беҙ, XXI быуат балалары, тырышырға тейешбеҙ. Тыуған төйәк әсәй кеүек, атай кеүек бер генә. Шуға ла уны яратайыҡ, ҡәҙерләйек!





Автор: Х. Дәүләтгәрәева
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға