«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



05.02.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты үҙенең Указы менән Марат Мәһә­ҙиевты республиканың Йәмә­ғәт имен­леге ведомство-ара советы секретары итеп тәғәйенләне. 2005 йылдан 2011 йылдың ғинуарына тиклем ул Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы булып эшләй. Марат Мә­һәҙиев Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Почет билдәһе, «Гуманитар ярҙам өсөн» миҙалы, Башҡортостан Республикаһының По­чет грамотаһы менән бүләкләнгән.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡо­рол­тай Рәйесе К. Толкачевтың Баш­ҡортостандың көньяғына сәфәре барышында Әбйәлил районында һәм Сибай ҡалаһында Көньяҡ Урал төбәктәренең социаль-иҡтисади торошо тикшерелде. Район һәм ҡала активы менән осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшөнә, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм мәғарифты үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Бынан тыш, граждандарҙы шәхси ҡабул итеү ҙә ойошторолдо.

БР Хөкүмәтенең ҡарары буйынса Башҡортостанда 2011 – 2013 йылдарға иҫәпләнгән «Баш­ҡор­тостан Республикаһында кохлеар имплантация» тип аталған республика маҡсатлы программаһы әҙерләнә. 2008 – 2010 йылдарға тәғәйенләнгән кохлеар имплантацияны үҫтереү буйынса Президент программаһы 193 баланың ишетеү һәләтен тергеҙеү мөмкинлеге биргән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 128 бала кохлеар имплантациянан һуң реабилитация үтә.

3 февралдә БР Ауыл хужалығы министрлығы менән «Ростсельмаш» Комбайндар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы меморан­дум­ға ҡул ҡуйылды. Завод Башҡор­тостан территорияһында файҙаланыу өсөн ауыл хужалығы хеҙмәткәр­ҙәренә яҡшы таныш «Нива-эффект», «Акрос», «Дон – 680» комбайндарын тәҡдим итә. Бынан тыш, меморандум ауыл хужалығы техникаһы менән эшләүсе белгестәрҙе әҙерләүҙе һәм ҡайтанан әҙерләүҙе лә күҙаллай.

Республика ҡала һәм ауылдарында балалар баҡсалары һаны арта. Ошо көндәрҙә Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында 110 урынлыҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһы кескәй­ҙәр өсөн үҙ ишеген асты. 1974 йылда төҙөлгән 35 урынлыҡ иҫке балалар баҡсаһы, 67 сабыйҙы үҙенә һыйындырыуға ҡарамаҫтан, күптән ауыл халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй.

Октябрьскийҙың машиналар эшләүселәре ҡаҙағстан нефтселәре өсөн ҡорамалдар етештерәсәк. Октябрьский ҡалаһының «ОЗНА АК» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡаҙағс­тандың «Кен-Сары» йәмғиәте менән килешеү төҙөгән. Уның нигеҙендә «ОЗНА АК» йәмғиәте ҡа­ҙағстан предприятиеһын үлсәү ҡоралдары һәм химик реагенттарҙы скважиналарға һур­ҙырыу өсөн приборҙар менән тәьмин итәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға