«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!



18.04.2019 Тел ҡәҙере, ҡөҙрәте бөтмәһен!

Әбйәлил районы Амангилде урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Әлиә ӨМӨТҠУЖИНА:

Башҡорт теленең моңо, тапҡырлығы, булат ҡылыстай үткерлеге, күркәм яңғырашы ҡаныбыҙға һеңгән. Телен, ер-һыуын һаҡлап, нисә быуын халҡым яу ҡайтарған, даулашҡан. Дошмандар ауылдарҙы яндырғанда ла, ауыҙҙарынан ҡара ҡан аҡҡанда ла, халҡыбыҙ туған телебеҙҙе ҡурсалаған. Шунан да изге, яҡын, ҡиммәтле аманатыбыҙ юҡ беҙҙең.

Тел – халыҡтың тарихы, бөгөнгө көҙгөһө, уның буйынса милләттең киләсәген тойомлап була.

Минең уйлауымса, экологик һәм башҡа проблемаларҙы нисектер хәл итеп була, ә телебеҙҙе юғалтһаҡ, уны кире ҡайтарып алыу беҙгә бик ауырға тура киләсәк.

Күп кенә йәштәшемдән: “Эй, беҙҙең тел барыбер бөтә ул!” – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Нисек? Нисек бөтә ти ул? Ошо һүҙҙәр менән беҙ үҙебеҙ бит телебеҙгә бысаҡ ҡаҙайбыҙ, уны юҡҡа сығарабыҙ. Оялмай ҙа шулай тип әйткән кешеләргә ҡарап аптырайым. Ил, тел киләсәге тик беҙҙең, киләсәк быуындың, ҡулында.

Тел – ул беҙҙең байлыҡ, атай-олатайҙарҙан ҡалған аманат. Улар уны беҙгә еткергән, беҙҙең өсөн тырышҡан, шулай булғас, ниңә әле уларҙың ышанысын аҡламайбыҙ? Минең өсөн иң ҡурҡынысы – атай-әсәйемде юғалтыу һәм уларҙың өмөтөн аҡламау. Ата-бабалар алдындағы ҙур бурысты үтәмәү ҙә ошоноң менән бер.

“Мин – башҡорт” тип әйтеү, күкрәк ҡағыу ғына етмәй. Яңыраҡ бер хәлгә тап булдым. Магнитогорск ҡалаһында Әбйәлил районынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхес, билдәле яҙыусы Әсхәл Әхмәт-Хужаның иҫтәлегенә улы Азаматтың тырышлығы менән “Йөрәк һүҙе” исемле ҙур, матур конкурс үтте. Унда Әбйәлил, Белорет райондарынан, Магнитогорск ҡалаһынан һәм сит өлкәләрҙән бик күп кеше йөрәк түрендә йөрөткән һүҙҙәрен еткерергә тип килгән. Барыһы ла матур итеп әҙерләнгән. Ҡаланан күпләп башланғыс класс уҡыусыларының ҡатнашыуы ҡыуандырғайны ла. Ләкин аҙаҡ ошо балаларҙың: “Мам, пап!” – тип тороуын күреп, шатлығым һүрелде.

Аңлайым, ҡала ере, туған телдә һөйләшеүе ауырыраҡтыр, ләкин иң яҡын кешеләргә башҡортсалап өндәшергә була бит. Яғымлы тауыш менән “әсәй”, “атай” тип әйтеүе генә ни тора! Бәлки, уларҙың яҡындарына ниндәй телдә әйтеүенә ҡыҫылырға ла тейеш түгелмендер. Ләкин ошонан башлана ла инде бар бәлә. Башҡорт теленә булған һөйөү ғаиләлә үк һалынырға тейеш. “Мин – башҡорт” тип әйтеү – бер, ә башҡортса һөйләшеү, фекер йөрөтөү – икенсе.

Тәүге һүҙем Магнитогорск баш­ҡорттары тураһында булһа, Әбйәлил районы рустары тураһында ла һөйләп үткем килә. Мәйгәште ауылында байтаҡ рус кешеһе йәшәй. Бер ғаилә ошонда күсеп килеп, төпләнеп, донъя көткән. Балалары ла үҫә, улдары әрме хеҙмәтенә алына һәм хат яҙа. Ата-әсәһе унда бына нимә тип уҡый: “Һаумыһығыҙ, әсәй-атай. Хәлдәрегеҙ нисек? Мин бында башҡорттарҙан бер үҙем...” Рус булһа ла, башҡорт ерендә үҫкәнгә үҙен башҡорт тип һанай! Ҡайҙа ҡына йөрөһә лә, ул үҙен ысын башҡорт егете итеп күрһәтә.

Теле юҡтың – иле юҡ, ти халыҡ мәҡәле. Ошо хәлгә үк барып етмәйек. Көрәшәйек, ҡылыс, ҡорал ярҙамында түгел, ә телебеҙ менән. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, телебеҙҙе онотмайыҡ! Башҡортса китаптар уҡыйыҡ, һөй­ләшәйек, аралашайыҡ.

Башҡорт теленең юҡҡа сығыу проблемаһы инде нисә йыл буйы беҙҙе эҙәрлекләп килә. Ниндәй генә ҡаршылыҡ килеп сыҡмаһын, беҙ, башҡорттар, уларҙы еңергә тейешбеҙ.

Берҙәм булһаҡ, бер нәмәгә лә бирешмәҫбеҙ. Ил төкөрһә – күл була. Беҙҙең көсөбөҙ – татыулыҡта, берҙәмлектә!





Автор: Ә. Өмөтҡужина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға