«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙекеләр һынатмай



01.02.2011 Беҙҙекеләр һынатмай

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы Берлинда үткән «Йәшел аҙна» халыҡ-ара күргәҙмәһендә, юғары сифатлы һәм киң ассортиментлы продукция тәҡдим итеп, махсус призға лайыҡ булды.
76-сы тапҡыр ойошторолған уникаль агротауарҙар күргәҙмәһе 21 – 30 ғинуар­ҙа үтте. Унда донъяның алты тиҫтәгә яҡын иленән экспоненттар ҡатнашты. Рәсәй тауарҙары 6 мең квадрат метр майҙанлы павильонды биләне. Сарала өс йөҙҙән ашыу симпозиум, конференция ойошторолдо.
«Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә Башҡортостан данын «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте, «Бәләбәй» һөт комбинаты кеүек предприятиелар яҡланы. Ошо уҡ ваҡытта «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы дүрт немец фирмаһы – «Leon GmbH», «Leis GmbH», «Imkerei Sondermann», «Berjozka Lebensmittelhandel» менән умартасылыҡ продукттары нигеҙендә етештерелгән аҙыҡ-түлек, дауалау-профилактика һәм косметика продукцияһы оҙатыуға оҙайлы ваҡытҡа контракттар төҙөү тураһында һөйләшергә лә өлгөрҙө, Германияның умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты менән инә ҡорттарҙы яһалма аталандырыу, бал ҡорттарының ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендә берлектәге ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәште.

Р. НУРИСЛАМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға