«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәт пенсияһы арта



01.02.2011 Хеҙмәт пенсияһы арта

Хеҙмәт пенсияһы арта1 февралдән хеҙмәт пенсиялары артасағы хаҡында «Йәшлек» йыл аҙағында уҡ хәбәр иткәйне. Ниһайәт, был көн килеп етте. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән хеҙмәт пенсияларының күләме 8,8 процентҡа күтәрелә. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуар айындағы пенсияны 1,088-гә ҡабатлап, өҫтәмәне индивидуаль рәүештә һанап сығарырға мөмкин.
Индексация һө­ҙөм­тәһендә беҙҙең республика буйынса хеҙмәт пенсия­һы­ның уртаса күләме – 7973, ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пен­сия­һы 8290 һум тәшкил итәсәк.
– Республикала хеҙмәт пенсияһын алыу­сыларҙың барыһы ла, ә улар бер миллион самаһы кеше, 2 февралдән яңы күләмдә пенсия аласаҡ, – тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров.
Социаль пенсияларҙы, дәүләт пенсияларын, шулай уҡ федераль ташлама алыу­сыларға аҡсалата түләүҙәрҙе 1 апрелдән арттырыу ҡаралған.

Р. КҮСЕМХАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға