«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!



03.04.2019 Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Үкенесһеҙ үтһен ошо ғүмер,
Бер нәмә лә түгел мәңгегә,
Мәңгеләштер ҡыҫҡа ғүмерҙе лә,
Ул кешегә килә бер генә.

Ғүмер – кешегә Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҙур бүләк. Бөтә кешенең дә ғүмер юлы бер иш була алмай. Һәр кем үҙенә бирелгәнен үҙенсә үткәрә. Берәүҙәр аҡса, байлыҡ артынан саба, ә икенселәре, киреһенсә, белем алып, үҙ йәрен табып, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә. Шулай итеп, һәр кем тормошоноң йәмен үҙе таба.

Кеше ғүмере – диңгеҙҙәге бер тамсы, мәңгелектең бер миҙгеле. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта әҙәм балаһы ҙур пландар ҡора, барлыҡ уйлағанын эшләп өлгөрөргә теләй. Ә тормошта үткән йылдарҙан төрлө эҙ ҡала. Атай-әсәйең, ауылдаштарың, илең һоҡланырлыҡ, онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырыу өсөн һин ниндәй кеше булырға тейешһең?

Йырҙарҙа йырланғанса, күҙ асып та өлгөрмәҫһең, ғүмер үтер. Һуғыш осорон ҡарайыҡ, унда күпме егет һәм ҡыҙ үҙен аямай, тарихта яҡты эҙ ҡалдырған. Ә бит улар кеүек батырлыҡты тыныс тормошта ла ҡылырға мөмкин. Үҙенең йәшәү дәүерендә кеше әллә нимәләр эшләргә һәләтле, тик үҙ мөмкинлектәрен тойоп, уны тулыһынса файҙаланғандар, үкенескә күрә, бик һирәк.

Тирә-яҡҡа күҙ һалһаң, типһә – тимер өҙөрлөк егеттәрҙең аҙып-туҙып, бары тик бер көн менән генә йәшәгәнен күрәбеҙ. Киреһенсә, тыумыштан йәки башҡа сәбәптән ғәрип булғандар, йәшәргә тырышып, тормоштоң бар матурлығын татып, гөрләтеп донъя көтә.

Әлбиттә, донъя гел генә тигеҙ түгел, кемдәрҙер – үҙ тырышлығы, кемдәрҙер бысраҡ юл менән байый. Бәхетте лә шулай һәр кем үҙенсә таный һәм аңлай. Хәҙерге тормош шарттарында кешелә ысын кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора. Уға мин яҡшылыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам, тышҡы һәм эске матурлыҡ төшөнсәләрен индерер инем. Беҙҙең аңда бәләкәй саҡтан уҡ яман – яҡшы, йәмһеҙ – матур, файҙалы – зарарлы кеүек ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр буталмай үҫешергә тейеш. Кеше тыуғанда бөтәһе лә тигеҙ була, тик төҫтәр буталған кеүек, тормоштоң да буталсыҡтары етерлек. Шуға күрә тормош һуҡмағынан үткән саҡта ысын матурлыҡты күреү һәм күрһәтеү, етешһеҙлекте төҙәтә һәм йәшерә белеү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә.

Нисек кенә йәшәһәк тә ғүмер үтә. Ул – һәр кемдең үҙ ҡулында. Яҡшы кешеләрҙең ҡылған эш-изгелектәре, батырлыҡтары халыҡ хәтерендә оҙаҡ һаҡлана. Ә инде насар уйлыларҙың үткәне үҙҙәре менән бергә был яҡты донъянан китә. Ундайҙарҙы иҫкә алыусы ла булмай. Ә байлыҡҡа табынып йәшәүҙең мәғәнәһе бармы һуң?! Ваҡыт көтөп тормай, иртәме-һуңмы беҙ барыбыҙ ҙа был яҡты донъянан китәсәкбеҙ. Тик ғүмер буйына тырышып-тырмашып йыйған байлыҡты бергә алып китеп булырмы?

Шулай ҙа тормош шул тиклем матур! Йәшәйеш мәңгелек! Тормош ни ҡәҙәр ҡатмарлы килһә лә, кеше үҙ яҙмышына бары тик үҙе генә хужа була ала.

Тиңдәштәремә шуны әйтергә теләйем: беҙгә бирелгән ғүмерҙе үкенесһеҙ, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үткәрәйек, киләһе быуынға яҡты хәтирәләр ҡалдырайыҡ! Әлбиттә, ауыр мәлдәргә лә юлығырбыҙ, ләкин беҙ уларҙы еңеп, үҙ бәхетебеҙ өсөн көрәшәйек. Беҙ бөгөн башҡа заманда, яңыса йәшәйбеҙ. Әлеге ҡыйынлыҡтар берәй заман үтер, бөгөнгөһө менән генә йәшәгән кешенең киләсәге ышанысһыҙ. Заман талаптарына буйһоноп, камил аҡыл менән эш итеп, илаһи әҙәм заты булып ҡалайыҡ. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, бар йәмен тойоп, тыуған ерҙән биҙеп түгел, ә уны биҙәп йәшәйек!





Автор: И. ӘҘЕҺӘМОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға