«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡташтар тип йән атыусы изге йән



31.03.2019 Яҡташтар тип йән атыусы изге йән

Һабантуйҙы нисек һағынып көтөп алған мәлдәрҙе хәтерләйһегеҙме? Бөтә мәшәҡәтте ситкә ҡуйып, барыһы ла шатланып, уйнап, көлөп үткәрә ине был байрамды. Хәҙер һәр районда һабантуйҙы берләштереп ойоштора башланылар. Ундағы барлыҡ әҙерлек түрә-ғара өсөн генә тигәндәй. Үкенес, был күренеш милли йолаларҙың юҡҡа сығыуына килтерә, халыҡтың бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеге сикләнә. Тыуған ауылына бер аҙға ғына ҡайтҡан кеше ҡыҫҡа осорҙа яҡташтарын күрергә, ауылдаштары, класташтары менән осрашырға теләй, тик...

Һәр кемдең үҙ яйы, үҙ тормошо, әлбиттә. Шулай ҙа тыуған яҡ хәтирәләре күңелгә тынғы бирмәгән, яҡындар гел һағындырып торған мәлдәр етһә, эс боша. Үткән айҙа шулай йөрәкһеп торғанда, Таһир Күсимовтың 110 йыллығына арналған кисәгә барып, тыуған ауылым кешеләре, яҡташтарым менән осрашып, ниндәйҙер көс, илһам алып ҡайттым. Сараны ойоштороусылар – Әбйәлил районы хакимиәте, Ташбулат ауылы биләмәһе һәм Әбйәлил яҡташтар ойошмаһы тағы бер изге эш башҡарҙы. Ойошма етәкселәре Илүзә һәм Фәрит Ғәйнуллиндар Әбйәлил йәштәре берлеге (етәксеһе – Әлфинә Килдейәрова) менән бер төптән булып атҡарған кисә герой рухына арналды һәм тәрән илһөйәрлек хисе уятты.
Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаусы Азия Хажмөхәмәт ҡыҙы КҮСИМОВА ла был ойошма сафында. Энергияһы ташып торған, алмаштырғыһыҙ ойоштороусыға ҡарап, һис кенә был йәште бирмәҫһең. Ғөмүмән, Азия инәй һәм уның фекерҙәштәре кеүек ярҙамсыл кешеләр ер йөҙөндә булғанда, Өфөләге әбйәлилдәрҙе бер-береһенән дә, йолаларынан да айырып булмаясаҡ.


– Барыһы ла тап һеҙҙең, ул йылдарҙа йәш студенттың, тәҡдиме менән башланған, тиҙәр. Ошо хаҡта һөйләп үтһәгеҙсе.

– Эйе, 1952 йылда Әбйәлил студенттарын йыйып, үҙ-ара таныштырырға булып киттем. Барлығы 15 кеше – Нәғим Ишбулатов, Хәлиҙә Өмөтбаева, Ким Әхмәтйәнов, апайлы-һеңлеле Күси­мовалар, Мөхәмәтйән Хисмәтов, Тәңребирҙе Муллағәлләмов һәм башҡалар инек. Ленин урамындағы фотоателье – беҙҙең осрашыуҙар, “Аулаҡ өй”ҙәр урыны, ә аяҙ көндәрҙә тәбиғәткә сығабыҙ, бергәләшеп театрҙарға йөрөйбөҙ. Республикала иң тәүгеләрҙең береһе булып нигеҙ һалынған яҡташтар берлегенең һәр осрашыуын фотоға төшөрөп, мәңгеләштереп ҡуйыу матур йолаға әйләнде.

Йылдар үтеү менән баш ҡалаға килеүсе яҡташтар күбәйгәндән-күбәйҙе. Беҙҙең рәттәр юғары уҡыу йорттары студенттары ғына түгел, ә дәүләт хеҙмәтенә райондан саҡыртылған белгестәр менән дә тулыланды. Фото өсөн бер кадрға ғына һыймай башланыҡ, бер нисә төркөмгә бүленеп төшә инек.

Берлек үҫә, яҡташтар һаны артҡан һайын, яҡташтар йәмәғәт ойошмаһы хәрәкәтен төҙөү мәсьәләһе килеп тыуҙы. Сөнки телефон-маҙар йүнләп булмаған осорҙа райондаштарҙы асыҡлау, адрес­тарын табыу, исемлек төҙөү күп ваҡытты ала ине. Әбйәлилдәрҙе табыу өсөн ятаҡтар, күп фатирлы йорттар буйлап йөрөп сыға торғайным.

Ойошма рәйесе вазифаһын яҡташтар миңә ышанып тапшырҙы, ә идаралыҡҡа шағир Әсхәл Әхмәтҡужин, актер Әхтәм Әбүшаһманов, рәссам Әхмәт Лотфуллин, медицина фәндәре кандидаттары Наил Ғабдуллин, Гөлсәсәк Билалова, иҡтисад фәндәре кандидаты Хәҙис Ғәбитов, табиптар Ишмырҙа Һиҙиәтов, Рәшит Ишбулатов, Лена Өмөтбаева, ғалимдар Сәриә Миржанова, Ҡадир Мәғәфүров, Миҙхәт Сынбулатов, дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллин, композитор Рафиҡ Сәлмәнов, судья Рафиҡ Ғибәҙәтов һ.б. инде. Улар – республиканың киң билдәле шәхестәре. Әбйәлил ере таланттарға бай булыуы менән танылған – төбәккә генә түгел, тотош илгә файҙа килтереүсе лайыҡлы ул-ҡыҙҙарыбыҙ менән ысын күңелдән ғорурлана алабыҙ.

Яҡташтар ойошмаһы менән бергә, йәштәр секцияһына ла нигеҙ һалынды. Йәш әбйәлилдәр һәр саҡ барлыҡ өлкәлә әүҙемлеге менән алдыра, улар төрлө социаль-мәҙәни, спорт-йәмәғәт сара­ларының уртаһында ҡайнай. Студент яҡташтар араһында әүҙемлеге, яуаплылығы менән айырыуса Раян Шаһимөхәмәтов, Язар Утарбаев, Рөстәм Багаув, Фәнис Байҙаҡов, Ринат Мә­һәҙиев, Гөлсәсәк Ғәйнуллина, Вәхит Хызыров, Ильяс Сафин, Әнүзә Хәл­фетдинова, Рәмзиә Кәримова, Марат Абдуллин иҫтә ҡалды.

– Яҡташтар ойошмаһы ауылдан килеүсе егет-ҡыҙҙар өсөн терәк-таяныс та...

– Һәр уҡыу йылы башланыу менән йәш яҡташтарҙың иҫәбен барлау – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ата-әсә ҡуйынынан сығып, ҙур ҡалаға күскән үҫмерҙең, әлбиттә, тәүге мәлдәрҙә ҡаушап ҡалыуы бар, тыуған ер һағындыра, туған телдә һөйләшкеһе килә. Йәш кешенең насар йоғонтоға бирелеүе лә бар. Ә янында рухи яҡтан көс биреп, хуплап тороусы яҡташтары булғанда, ул икенсе мөхиткә күсеүҙе еңел кисерәсәк. Ойошма уйын-көлкө өсөн генә түгел, ә төрлө саралар, интеллектуаль уйындар өсөн дә яҡташтарҙы йыйҙы. Әбйәлил районы башлығы булып Нуретдин Хәлилов һәм Владимир Павлюкович эшләгәндә, студенттарға ра­йондан даими ылау килтертеүҙән тыш, матди яҡтан ярҙам күрһәтеүҙе лә яйға һалып ебәргәйнек. Ғөмүмән, район етәкселеге һәм хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Беҙҙең тәҡ­димде һәр саҡ хуплап күтәреп алалар, хәлдәренән килгәнсә ярҙам итәләр.

– Әбйәлил яҡташтар ойошмаһы республикала киң таралған йолаларға нигеҙ һалыусы булып тора тиҙәр...

– Яҡташтарҙың бер-береһенең йәшәйеше менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тороуын, күңел моңон һалып концерттар ойоштороуын, әлбиттә, барыһы ла һоҡланып күҙәтте. Үҙҙәре лә ер ҡотон, милләт утын һаҡлау өсөн ошондай саралар ойош­торорға ынтылды. Мәҫәлән, Өфөләге яҡташтары йыйыны өлгөһөндә Ғәли Ишбулатов 1966 йылда Ҡаҙмаш ауылында республика тарихында тәүге тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрҙе.

1988 йылда, яҡташтар ойошмаһы тәҡдиме менән, районда оло масштаблы “Һаумыһығыҙ, яҡташтар!” байрамы үтте. Бының өсөн ауылдар ғына түгел, юлдар, биләмәләр төҙөк­лән­де­релде. Спорт уйындары, урындағы үҙешмәкәр һәм Өфөнән килгән артистар ҡатнашлығында концерт, күргәҙмәләр, төрлө конкурс буйынса һөҙөмтәләр яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү, байрам аш-һыуы менән киң билдәләнде был сара. Тап ошо байрамды пропагандалау өсөн Әбйәлилгә башҡа район етәкселәре республика күрһәтмә семинарына йыйылды.

Беҙҙең ойошманың әүҙем ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миң­ямал Исхаҡова 70-се йыл­дарҙа башҡорт тирмәһенә яңы һулыш өрҙө. Тәү тапҡыр Әбйәлил районы һабан­туйында тирмә ҡоролғас, был күренеште башҡалар ҙа дәррәү күтәреп алды.

Бөгөн республикала киң таралған “Ағинәйҙәр” хәрә­кәтенең осо ла Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарына барып тоташа. 1996 йылда Магнитогорск ҡалаһында уҙған Беренсе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезын беҙҙең район советы ойошторҙо. Был сарала Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары советы минең апайым Таңһылыу Күсимоваға, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе урын­баҫарына, “Ағинәй” статусын тапшырҙы. Ошо уҡ йылда Әбйәлилдә “Ағинәйҙәр” хәрәкәте барлыҡҡа килде. Апайым, үҙе менән бергә республиканың башҡа арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарын саҡырып, осра­шыуҙарҙы көнүҙәк темаларға бағышлай ине.

Тағы бер изге эш – “Айыҡ ауыл” хәрәкәтенең башланғысында тороусы – Әбйәлил яҡташтар ойошмаһы ағзаһы Марат Абдуллин. Тап уның инициативаһы арҡаһында 2007 йылда яҡташтар ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә, барлыҡ уҡыу йорттарында белем алыусы яҡташ студенттарҙы йыйып, эскелеккә ҡаршы ҙур сара үткәргәйне. Шулай уҡ “Шәжәрә” байрамына ла тәүгеләрҙән булып тотондоҡ – 2006 йылда Асҡар һәм Күсем ауылдарында Мирхәйҙәровтар һәм Күсимовтарҙан 190 кеше йыйылып, нәҫел-нәсәпте барланыҡ.

Беҙҙең һуңғы проекттарҙың береһе – ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышына арналған “Әбйәлил районының данлы ҡыҙҙары” тигән энциклопедик китап баҫтырыу күренеше лә башҡа райондар араһында популярлыҡ яулар, тип ышанғы килә.

Вазифамда мине 1998 йылда Рәшит Ишбулатов алмаштырҙы. Шулай ҙа бер ҡасан да әбйәлилдәрҙән ситләшкәнем булманы, киреһенсә, бына инде ете тиҫтә йыл самаһы ойошма хәстәре менән ҡайнайым. Саралар ойоштороуға киткән ҡайһы бер сығымдарҙы етәксегә үҙ кеҫәһенән дә түләргә тура килә. Артабан төрлө йылдарҙа Батыр Хис­мәтуллин, Раян Шаһимөхәмәтов, Тәс­­лимә Таһирова әбйәлилдәрҙе етәкләне. Бөгөн яҡташтар ойошмаһы Илүзә һәм Фәрит Ғәйнуллиндарҙың ышаныслы ҡулдарында. Ә беҙҙе бина менән тәьмин итеүсе – ул ал­маштырғыһыҙ Әхтәм Әбүшаһманов. артистарыбыҙ ҙа бер ниндәй инәл­теүһеҙ килеп сығыш яһай. Тағы бик күп исемде теҙеп атар инем, гәзит бите етмәйәсәк. Уйлап ҡараһаң, райондан сыҡҡан барлыҡ күренекле шәхес ошо ойошмаға үҙенең өлөшөн индерҙе һәм индерә, күңел йылыһын һала. Яҡташтар артабан да берҙәм, татыу булһын, күп йылдар йәшәп килгән традицияларыбыҙ юғалмаһын, тигән теләктә ҡалам.





Автор: Л. ХӘЛИТОВА
Фото: Ғаилә архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға