«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Уйым-йырым - Башҡортостан!



22.03.2019 Уйым-йырым - Башҡортостан!


Ерһенгәнмен ошо ергә,
Илһенгәнмен ошо илгә.
Буйың-һының шау ҡоростан,
Уйым-йырым - Башҡортостан!

Айырылһам усағыңдан,
Ҡайырылһам ҡосағыңдан,
Талһыҙ ҡалған бахыр ҡоштай –
Һинһеҙ ҡалһам, Башҡортостан!

Башҡортостан - ҡурай иле,
Башҡортостан - Урал ере,
Башҡортостан - ҡумыҙ теле,
Башҡортостан - ҡымыҙ сере.

Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире;
Иҫкә алһын туған телен –
Башҡортостан мәңге тере!

Ошо илһеҙ юҡтыр үҙем,
Моңһоҙ булыр әйткән һүҙем.
Ҡабынғанмын осҡон, уттан,
Табынғаным - Башҡортостан!





Автор: Әхмәр ҮТӘБАЙ
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға