«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө



21.03.2019 Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө

Бөрйән-Мораҡ йүнәлешендә генә бер төн эсендә ҡайһы берҙә тиҫтәнән ашыу машина Бөрйән ағасын тейәп үтә

Март айы, көн менән төн тигеҙләшкән осор, экологик йәһәттән дә бик әһәмиәтле булған даталарға бай. Тәбиғәт тап ошо ваҡытта уяна тип һанаған боронғолар. Иң әсендергәне – йәшел ҡалҡаныбыҙҙың бөгөнгө аяныс хәле. Шуға күрә ошо проблемаға туҡталып китмәксемен.
Интернет селтәрендәге мәғләүмәттәргә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта планетала урман 38 миллион квадрат километр майҙанды тәшкил итә. Уның яртыһы – тропик урмандар. Белгестәр иҫәпләүенсә, һуңғы 10 мең йыл эсендә кешелек 26 млн. квадрат километр урманды юҡҡа сығарған. Ә бит урман ресурстарын ҡулланыу арта ғына бара! Йыл һайын 13 млн. гектар урман ҡырҡыла – был Англияның майҙанына тиң булған территория. Урмандың әһәмиәте бик ҙур: ул 80 проценты ҡоро ерҙә йәшәүсе тереклектең йәшәү урыны булып һанала. Бынан тыш ул атмосфераны кислород менән байытыуға ла ҙур өлөш индерә, урман ҡырҡылһа, йылғаларҙағы һыу ҙа ҡорой башлай, климат та үҙгәрә, ел көсәйеүе һөҙөмтәһендә тупраҡтың уңдырышлылығының кәмеүенә лә килтерә. Ошо экологик проблемалар һуңғы йылдарҙа, ысынлап та, күҙгә күренә башланы түгелме? Төрлө тәбиғи процестар ҙа урманға йоғонто яһай, әлбиттә, әммә кеше хәлде тағы ла киҫкенләштерә.

Интернеттан алынған был цифралар күңелгә ҙур шом һала. Хатта хәл тағы ла мөшкөлөрәк булыу ла бар . Мәҫәлән, был күрһәткестәр иҫәбенә законһыҙ рәүештә ҡырҡылған урман инмәй. Халыҡ шаһит – үҙебеҙҙең Бөрйән районында ғына ла күпме ағас кешеләр тарафынан аяуһыҙ ҡырҡыла һәм эшкәртелеп тә тормайынса ситкә сығарыла. Әммә был проблема бер Бөрйәндә генә түгел, бар урманлы райондарҙа ла бар. Ҡайһы берәүҙәрҙең ашаған икмәге шул, әммә улар берҙе ҡырҡһаң – икене ултырт тигән әйтемде хәтерҙә тотамы икән һуң?

Урмандарҙың законһыҙ ҡырҡылыуы проблемаһына тейешенсә иғтибар итмәйҙәр шикелле. Сөнки Бөрйән-Мораҡ йүнәлешендә генә бер төн эсендә ҡайһы саҡ тиҫтәнән ашыу машина Бөрйән ағасын тейәп үтә. Хатта һәр яҙ юл кипкәнсе ауыр техникаларҙың йөрөүен сикләүҙәр ҙә ағас ташыусыларҙың кәсебен туҡтатмай. Тап ошо ваҡытта улар үткәндән һуң юл иҙелә. Ерле халыҡ йорт төҙөргә ағас ала алмаһа, кемдәрҙер артыҡ ыҙа күрмәйсә кәсеп итерлек кимәлдә ағас йығырға яйын таба.

Ә бүтән илдәрҙә нисегерәк һуң? Мәҫәлән, Польша республикаһының Августов урмансылығына (унда надлесничество тип аталып йөрөтөлә) килгәндең беренсе көнөнөдә үк хужалар беҙҙе урманға алып барҙы. Был урында кисә генә ағас әҙерләү эштәре тамам булды, тинеләр. Бер ағас та, өйөлгән ботаҡ та, хатта бысҡы онтағы ла күренмәй! Аптырап тирә-яғыбыҙҙы байҡайбыҙ. Баҡһаң, ағасты ер тиңенән ҡырҡалар, төпһә һерәйеп ултырып ҡалмай, ботаҡтар һәм бысҡы онтағы ла эргәләге фанера эшләү заводына эшкәртелеү өсөн ебәрелә икән. Бер-нисә көндән ҡырҡылған ағастарҙың һәр береһе янына мотлаҡ шул төргә ҡараған йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ тип тә өҫтәнеләр. Урманда ял итеүселәр өсөн махсус экологик һуҡмаҡтар эшләнелгән, йәйәүлеләр һәм велосипедлылар өсөн улар айырым махсуслаштырылған һәм билдәләр ҡуйылған. Һәр урмансылыҡта беҙҙең илдәге тәбиғәт парктарындағы, ҡурсаулыҡтарҙағы кеүек экологик ағартыу бүлектәре эшләй. Төрлө урмансылыҡтарға ҡараған ҡала-ауылдар янындағы урмандар ял итеүселәр менән тулһа ла, бер ерҙә лә яңылыш ҡына аунап ятҡан ҡый, тәмәке төпсөгө күренмәне. Улар, ысынлап та, урманды, ер-һыуҙы һаҡлайҙар, һәм бәләкәйҙән шулай тәрбиәләнгәндәр. Беҙ үҙебеҙҙең менталитетҡа һылтанып ултырған арала тәбиғи байлығыбыҙ юҡҡа сыҡмаҫмы?





Автор: Л. Хәйбуллина
Фото: К. Буҙыҡаев


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға