«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Подъездар ремонтына бәйле 17 һорауға яуап



13.03.2019 Подъездар ремонтына бәйле 17 һорауға яуап

1. Программаның тулы атамаһы.

“Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау”

2. Күпме ваҡытҡа иҫәпләнгән?

Программа алты йыл ғәмәлгә ашырыла: 2019 – 2024 йылдарҙа.

3. Программаның маҡсаты.

Республикала күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе граждандарға уңайлыҡтар булдырыу.

4. Программаның кураторы һәм эш барышына яуаплылар.

Куратор – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Программаны ғәмәлгә ашырыуға яуаплы – “БР-ҙың күп фатирлы йорттарындағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы”.

5. Нисә подъезд ремонтланасаҡ?

2019 йылда – 4000 самаһы. Алдағы алты йылда 26 мең.

6. Ҡайһы подъезға ремонт кәрәген кем хәл итә?

Адрестарҙы муниципаль берәмектең хакимиәте раҫлай. Һәр муниципалитетта капиталь ремонт буйынса махсус комиссия булдырылған.

7. Программала нисек ҡатнашырға? Граждандар нимә эшләргә тейеш?

Быйылғы ремонт буйынса йыйылыштар үткән. Хакимиәт менән берлектә халыҡ ремонт тураһында килешеп, подъездың стенаһы өсөн буяуҙар һайланған, айырым вәкил (милекселәр исеменән эш сифатын контролләйәсәк) билдәләнгән. Йыйылыштар үтеп тә, быйылғы ремонт исемлегенә индерелмәгән подъездар киләһе йылдарҙағы эш планына индереләсәк.

8. Программала ҡайһы типтағы йорттар ҡатнаша ала?

Ағымдағы йылда ике, биш, туғыҙ ҡатлылар. Ҡалғандары алдағы йылдарҙа.

9. Программаға индерелгән подъездар исемлеген ҡайҙан ҡарарға мөмкин?


Республиканың муниципалитеттарының рәсми сайттарында быйылғы ремонт буйынса исемлек бар. 2020 йыл өсөн исемлек йәй төҙөләсәк.

10. 2020 йылда йә артабан программала ҡатнашыр өсөн йыйылышты ҡасан үткәрергә?

Йыл һайын июлгә тиклем яҡынса исемлек әҙер булырға тейеш. Шуға ла йыйылышты ошо ваҡыттан алда үткәреү мөһим.

11. Подъездар ниндәй критерий буйынса һайлап алына?

Идарасы ойошмаларҙың мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп, йорттоң техник торошона ҡарап һәм һуңғы ремонтҡа кәмендә биш йыл үтергә тейеш.

12. Ремонтҡа ниндәй эштәр инә?



Тышҡы ремонт: ҡыйыҡ (козырек), тупһа, баҫҡыстар, козыректа һыу ағыҙғыс, энергияны һаҡсыл тотоноусы яҡтыртҡыстар, ике, өс ҡатлы йорттарҙа ағас ишекте тимергә алмаштырыу, фасадты ремонтлау.

Эске ремонт: тамбурҙағы ишектәрҙе ПВХ-ға алмаштырыу, ағас тәҙрә блоктарын ПВХ-ға алмаштырыу, откостар, тәҙрәнән һыу ағыҙғыс ҡуйыу (устройство отливов оконных), иҙән, лифт, баҫҡыс араһы, сүп торбаһы, радиаторҙар, газ торбалары, электр щиттары.

Электромонтаж. Почта йәшниктәрен алмаштырыу.

13. Ремонт хаҡын кем билдәләй?

Хаҡтар тикшереүҙәрҙән сығып ҡуйыла. Ул төрлө ҡатлы йорттар подъездары өсөн билдәләнгән хаҡтарҙан юғары булырға тейеш түгел. Ике ҡатлы йорттоң подъезы өсөн– 129,49 мең, биш ҡатлы – 320,14, туғыҙ ҡатлы йорт подъезына 731,8 мең һум.

14. Програманы кем финанслай?

Подъездар ремонты өсөн аҡса ҡаҙнанан бүленә. Шул уҡ ваҡытта йортта йәшәүселәр ҙә, әгәр ремонт исемлеген (мәҫәлән, видеокамера йә видеодомофон ҡуйыу) киңәйтергә теләһәләр, аҡсалата ярҙам күрһәтә ала. Әммә, дөйөм алғанда, мотлаҡ иҫәпләнгән эш өсөн аҡса түләргә тейеш түгелдәр.

15. Ятаҡтарҙа нимәне ремонтлаясаҡтар?


Баҫҡыс майҙансыҡтарын.

16. Кеше ремонт дизайны, материалдар буйынса кәңәш бирә аламы?


Халыҡ дөйөм йыйылышта кәрәкле ремонт исемлегенән тыш, подъезд стенаһының ниндәй төҫтә булыуын хәл итә.

17. Ремонт сифаты өсөн кем яуап бирә?


Һәр йортта эш башланыр алдынан төбәк операторының, подрядсының телефондары яҙылған мәғлүмәт эленергә тейеш. Сифат буйынса шунда шылтырата алаһығыҙ. Төбәк операторының “ҡыҙыу линия”һы: 216-49-11. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының торлаҡ хужалығы һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге: 218-00-25.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға