«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Айыҡ тормош өсөн



29.01.2011 Айыҡ тормош өсөн

«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт ойошмаһы БР Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәҙәниәт, Мәғариф минис­трлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә «Айыҡ­лыҡ – тормош нормаһы» тип атал­ған өс көнлөк семинар үткәрә.
Өфө, Нефтекама, Белорет ҡалаларының уҡыу йорттары, предприятиелары, администрацияларында эскелеккә ҡаршы лекциялар менән РФ Дәүләт Думаһының алкоголь буйынса эксперт советы ағзаһы, «Ха­лыҡ айыҡлығы өсөн көрәш сою­зы» йәмғиәте рәйесе, профессор Владимир Жданов сығыш яһаясаҡ. Ғалим республикала эскелеккә ҡаршы төбәк сәйәсәте мәсьәләләрен асыҡлау маҡсаты менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға