«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урман хужалығы министрлығы тикшереүҙәрҙе арттырасаҡ



29.01.2011 Урман хужалығы министрлығы тикшереүҙәрҙе арттырасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы 2011 йылға урмандан файҙаланыу­сы юридик шәхестәрҙе һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы планлы тикшереү үткәреү планын раҫланы.
Ул БР Прокуратураһында хуплау тапты һәм Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы төҙөгән тикшереү үткәреү буйынса йыйылма планға индерелде.
Быйыл шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә ҡарата 155 планлы тикшереү үткәреләсәк. Уны министрлыҡтың дәүләт урман контроле һәм күҙәтеүе бүлеге дәүләт урман инспекторҙары ҡатнашлығында башҡарасаҡ. Эксперттар сифатында башҡа ведомстволар һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең дә йәлеп ителеүе ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға