«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ипотека кредитына мохтажлығығыҙ булһа



29.01.2011 Ипотека кредитына мохтажлығығыҙ булһа

Ипотека кредитына мохтажлығығыҙ булһаРеспублика йортонда БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Һаҡлык банкыһының Урал банкыһы рәйесе Владимир Черкашин менән осрашты.
– Беҙ Рәсәй Федерацияһының дүрт субъекты территорияһында – Башҡортостан Республикаһы, Свердловск, Силәбе һәм ҡурған өлкәләрендә эшләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең республика Хөкүмәте, эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлектә ҙур перспективалар күрәбеҙ. Ипотека кредитын үҫтереү тураһында ентекле һөйләштек. Ул халыҡҡа кредитҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирер ине. Был торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуға һәм кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итәсәк. ҡайһы бер инвестиция проекттары, предприятиеларҙы реконструкциялау буйынса әүҙем эш алып барабыҙ, – тип, Президент менән осрашыуҙан һуң үҙ пландары белән уртаҡлашты Владимир Черкашин.
Урал Һаҡлыҡ банкыһынан ярҙам алған иң ҙур проекттар Стәрлетамаҡтағы химия производствоһы комплексын – “Каустик” һәм “Сода” предприятиеларын реконструкциялауға ҡағыла. Банк цемент етештереүҙе ойоштороуҙа һәм финанслауҙа ҡатнашты, уларҙы реконструкциялауға ҙур өлөш индерҙе. Республиканың агросәнәғәт комплексында ла бер нисә инвестиция проекты буйынса эшләй.
Урал Һаҡлыҡ банкыһы Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға