«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Баҫҡан еренән ут сыға



22.02.2019 Баҫҡан еренән ут сыға

Ауылыбыҙ старостаһы Фәүзиәнең ҡулынан килмәгән эш юҡ

Кем килә ул йылмайып, шәп итеп атлап, тиһәм, Фәүзиә старостабыҙ булып сыҡты. Тағы ҡайҙан ҡайтҡан икән? Йә тегендә, йә бында саҡыралар үҙен. Бармаған ере, инмәгән ишеге юҡ. Ана яңы ғына Өфөгә сәсәндәр йыйынына ла барып ҡайтҡан. Бүләкләп, грамота биреп ҡайтарғандар үҙен. Саҡы­рырҙар ҙа, бүләкләрҙәр ҙә шул... Сөнки уның ҡулынан барыһы ла килә! Әле бына былтыр йәй көнө ауылыбыҙҙың 90 йыллығын үткәрҙеләр. Ул да бит Фәүзиәнең идеяһы. Бер Сәйетбаба бабайы шулай тип китабында яҙып ҡуйған икән. Шул байрамды үткәрәбеҙ тип күпме сапты. Өс тапҡыр өмә лә үткәреп алдылар байрам алдынан, халыҡ бит хәҙер сүп-сарын яҡын-тирәгә түгә. Тәки ауылдаштарҙы күтәреп, байрамды бергәләп уҙғарҙылар. Унда үҙем дә йөрөнөм, бигерәк күңелле булды, бар ауыл байрам итте! Балаларға башҡорт телен өйрәтһенме, балалар менән дә, ололар менән дә башҡортса концерт ойошторһонмо, шағирҙар һәм сәсәндәрҙең тыуған көндәренә арнап шиғыр кисәләре үткәрһенме, хатта ике таяҡ менән урманға сығып китеп, шунда шиғыр сығарып, йырлап, бейеп, элекке уйындарҙы уйнап та ҡайталар. Үҙем генә магазинымды ташлап, улар менән йөрөй алмайым. Фәүзиәнең эсе тулы шиғыр­ҙыр ул, тиҙәр. Клубта ниндәй сара үтә, кемдең тыуған көнө йәиһә башҡа иҫтә ҡалырлыҡ хәл булдымы – тота ла шиғыр сығара. Үәт баш тигәнең! Беҙҙең ауылыбыҙҙа һуғышта ҡатнашыусыларға һәйкәл юҡ ине. Шул эште лә башлап ебәрҙе бит Фәүзиә! Ауыл халҡы ла күтәрә һалып алды. Нисек итһә итте, Еңеүҙең 70 йыллығына 41 кешенең исеме яҙылған бына тигән обелиск ултырттырҙы. Шиш­мәләрҙе таҙарттырып, исемдәрен дә яҙҙырып ҡуя әле ул! Ире Әнүәр ҙә тыңлап ҡына тора икән үҙен, күп эшендә ул ярҙам итә. Ул бит балта оҫтаһы, төҙөүсе! Үәт ғаилә, исмаһам! Яҡшы ғаиләлә яҡшы балалар үҫә инде, кеше дауалаусылар ҙа бухгалтерҙар. Ике бөртөк баланың балалары ла күп, ете ейән-ейәнсәре бар. Улары ла йырға, бейеүгә, шиғырға оҫта.



Халыҡ белмәй һайламағандыр староста итеп, был ҡатындан эш сыға икәнен бик яҡшы белгәндәр. Алтынбикәнең баҫҡан бер эҙенән ут сыҡҡаны күренә тиҙәр. Был хәбәр ысынмы икән? Мин ышанам, ысындыр ул. Шул энергия тигән нәмә ут булып күренәлер. Үәт ғәжәп, әй!
Фәүзиәнең артынан бер төркөм ағинәй ҙә йөрөй. Үҙем дә улар менән бергә йөрөйөм, ваҡытым булғанда. Йөрөрҙәр шул, уның әйткән һүҙе – һүҙ! Өйҙә ултырырҙар ине әле эшһеҙ. Эшһеҙ тиһәң дә әбей-һәбейгә эш күп инде ул, балаһының балаһын ҡарашһынмы, бәйләм тотһонмо... Ҡайһы береһе пенсияла өйҙә генә ултырмай, эшләп тә маташа. Хәҙер кемуҙарҙан ишек алдарында сәскә үҫтерә башланылар, Фәүзиә бик оҫта инде бар яҡҡа ла. Әллә ҡайҙан өлгөрә! Яңыраҡ клубта йыйылыш булды, трактор алыу темаһы буйынса. Техника булһа, ҡыш урамдар ҡарҙан таҙа булыр ине, йәйен сүп-сар ташланыр ине. Ошо эшкә лә күңелен биреп бик тырыша әле ул! Клуб тигәндәй, шул Фәүзиә-Алтынбикәбеҙ әҙ йүгермәне ауылдаштарға клуб булһын тип, тәки ике ҡатлы элекке контора бинаһын клуб итеп алып ҡуйҙы! Исеме лә Алтынбикә бит! Халыҡ өсөн тип йөрөгәс, һүҙе үтә, хужалар ҙа тыңлай үҙен. Ағинәйҙәргә йыйы­лырға бүлмәбеҙ ҙә бар, әлеге лә баяғы Фәүзиәнең өлгөрлөгө инде. Унда репетициялар үткәрәбеҙ, йома һайын йыйылып, доғалар уҡып сәй ҙә эсәбеҙ. Онотола төшкән халыҡ йолаларын тергеҙә беҙҙең ауыл ағинәйҙәре. Үәт, ғәжәп, әй! Килеп сыға бит барыһы ла!

Ауылыбыҙҙа килен төшөрөү тиһеңме, уға һыу юлы күрһәтеү, Ҡөръән аштары, башҡа байрамдар үткәреү – матур күлдәктәрен кейеп килгән ағинәйҙәр шул йортта көтөлгән кешеләр, йолаларыбыҙҙы күрһәтә. Өйрәк, ҡаҙ өмәләреме, кешене тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыумы – етәкселәре әйткәс, ағинәйҙәр тиҙ үк йыйыла.

Бына тағы магазинға йүгереп килеп ингән кем тиһегеҙ? Әлеге лә баяғы Фәүзиә инде! Иртәгә концерт ҡуябыҙ, ошо таҡмаҡтарҙы ятла, тип миңә ҡалдырып, үҙе йырлап күрһәтеп сығып та китте. Үәт кемдә ул дәрт! Үҙе яҙа, үҙе йырлай, үҙе китап сығара. Миңә бик оҡшай Фәүзиәнең мәғәнәле, фәһемле, тормошсан шиғырҙары. Уның күңелемә оҡшаған байтаҡ шиғырын йыр итәм дә йырлайым. Бына хәҙер һеҙгә лә ғүмер тураһындағы бер шиғырын йыр итеп йырлап күрһәтәйем әле.

Үкенмәйек, ғүмер уҙа, тиеп,
Беҙҙең ғүмер ҡала йыр булып.
Үткән юлыбыҙҙа һалған эҙҙәр
Тәрән итеп ҡала уйылып.
Бошонмайыҡ, йәшлек уҙҙы,
тиеп,
Йәшлек бүләктәре – балалар,
Бала-саҡтың сағылышы булып
Ейән-ейәнсәрҙәр баралар.
Ҡайғырмайыҡ, олоғайҙыҡ, тиеп,
Йөрәктәрҙә һүнмәҫ дәрт әле.
Изге уйҙар, аҡыллы һүҙ менән
Кәңәш биреп йөрөр саҡ әле.
Ҡыуанайыҡ ҡоштар һайрауына,
Алһыуланып атҡан таңдарға,
Йәшәүҙәрҙең ҡәҙерҙәрен
белеп,
Атлайыҡ беҙ килер йылдарға.

Бына шундай бар яҡтан да килгән кеше ул беҙҙең ауыл старостаһы Фәүзиә-Алтынбикә.





Автор: Ф. ЛАТИПОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға