«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сафланырмы һауаң, Сибай?



15.02.2019 Сафланырмы һауаң, Сибай?

Төтәй, тонсоға Сибай… Ер аҫтындағы байлыҡтарын алып бөткәс,тәләфләнгән һәм таланған ере өсөн тәбиғәт үҙебеҙҙе, шулай тейеш, тип хужаларса тотҡан һәм самаһыҙ хужалыҡ итеүҙең эҙемтәләрен белергә теләмәгән беҙҙән үс аламы шулай? Әллә был экологик һәләкәт менән кешелек донъяһына хаҡ түләргә кәрәклеген иҫкәртәме?

Руда яныу донъяла бик һирәк күренеш һәм шуға ла бындай осраҡ уникаль һанала. 65 мең кеше йәшәгән Урал аръяғындағы таусылар ҡалаһы ноябрҙән алып мәғдән яныуҙан барлыҡҡа килгән төтөн эсендә йәшәргә мәжбүр. Кислород менән реакцияға инеп быҫҡып янған руданан көкөрт диоксиды бүленеп сыға. Сибайҙар, карьерҙан килгән төтөндән ағыуланабыҙ, ауырый башланыҡ, тип ноябрҙән үк саң ҡаға. Уларҙың зарын республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ишетте. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ҡыҫҡа ваҡытта һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөргә ҡушты, ҡалаға халыҡтың һаулығын тикшерергә табиптар ебәрҙе. Үпкә һәм тын юлдары сирҙәре менән яфаланыусы балаларҙы Ҡырым һәм республика шифаханаларына ебәреү бурысын ҡуйҙы.

Карьерҙа 60-сы йыл­дарҙан алып баҡыр- цинк һәм баҡыр-көкөрт колчеданы сығарылған. 2003 йылда банкрот тип ябылғанға тиклем, Баш­ҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты уны эшкәрткән. Диаметры 2 километр, тә­рәнлеге 500 метр булған Сибай карьеры консерва­ция­ланған, әммә Учалы тау-байыҡ­тырыу комбинатының Сибай филиалы шахта ысулы менән унда руда сығарыуҙы дауам итә.

Донъяла ҙурлығы буйынса икенсе һаналған карьерға сибайҙар элек ҡунаҡ­тарын алып килеп күрһәтһә, хәҙер ҡаланан ситкә китеү, йорттарын һатыу яғын ҡарай. Күптәр ғаиләләрен күсергән, балалар таныштарында, ауылда олатай-өлә­сәйҙәрендә йәшәп уҡый. Карьерҙан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан Алтын ҡасабаһы, Сарбаев, Нуриманов, 8 март урамдары булған биҫтә халҡына төтөн тура килә, һәм ел булмағанда ул таралмай тора. Соҡор эргәһенә төтөндө ҡыуыусы ике ҡеүәтле ҡоролма ҡуйылыуы ла ярҙам итмәй. Көндәр елһеҙ тора. Сибайҙа 12 декабрҙән алып өс экология лабораторияһы эшләй: Баш­ҡортостан Респуб­ликаһы Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәтенең химик-радиометрик лабора­торияһы, икенсеһе – Экология министрлығы ҡарама­ғында, тағы ла берәүһе – Учалы тау-байыҡтырыу комбинатыныҡы. Уларҙың ба­рыһы ла күсмә, мотлаҡ тикшереүҙәр үткә­рәләр, шулай уҡ халыҡтың шыл­тыратыуҙары буйынса сығалар. Һауа иртәнге сәғәт дүрттән алып тикшерелә башлай.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урын­баҫары Александр Лопухов һөй­ләүенсә, ҡалала көн дә ат­мосфера торошона мониторинг үткәрелә һәм ике сәғәт һайын алты контроль нөктәлә про­баларҙы 8 тапҡыр һайлап алыу юлы менән зарарлы матдәләр бармы-юҡмы икәнлеге тик­шерелә.
«Әле граждандарҙан мөрә­жәғәттәр кәмене. Мәҫәлән, бер көндө урындағы халыҡтың шыл­тыратыуҙары буйынса – 64, мот­лаҡ 48 тикшереү уҙғарҙыҡ. Бер тикшереүгә 20 минут ваҡыт китә. Мөрә­жәғәттәр күп булһа, эргә-тирәләге адрестарҙы бер урынға туплайбыҙ. Бер юлы бөтә ергә лә бара алмайбыҙ. Халыҡҡа быны аңлаттыҡ», – ти ул. Әле янып ятҡан мәғдән сыға­наҡ­тарына һауаны ябыу өсөн һелтеле һыу ҡойола. Был эштәр 20 мартҡа тиклем башҡарыласаҡ. Һыу шахтанан ситтә алына. Уның мәғдән ятҡылыҡтарына тиклем барып етеүе лә оҙайлы процесс. Ҡатмарлы экологик хәлдән сығыу юлы – әлегә һыу ебәреү, ағыулы матдәләр бүлеп сы­ғарыуҙы шуның менән туҡтатып тороу ғына. «Уралмехангорнобр» институты карьерҙы өлөшләтә консервациялауҙы шулай күҙал­лай.

Рәсәйҙең Тәбиғәтте һаҡлауҙы контролдә тотоу идаралығы, Учалы тау-байыҡтырыу комби­натының Сибай филиалы пред­приятиеһы геологик мөхиткә мониторинг алып бармаған, компания руда яна башлағанда тейешле сараларҙы ваҡытында күрмәгән, тип белдерә. РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында ла Сибай­ҙағы сәнәғәт майҙан­сығында тау ятҡылыҡтарының әселә­неүенә бәйле хәлгә арналған ултырыш үтте һәм унан сығыу юлдары ҡаралды. Геолог, эко­лог­тарҙан торған эшсе төркөм тө­ҙөлдө. Тимәк, тирә-яҡ мөхит, урындағы халыҡтың һаулығы өсөн хәүеф тыуҙырған техноген хәл Рәсәй кимәлендә лә белгестәр менән берлектә хәл ителә.

Ә был мәлдә үҙҙәрен Сибай активистары тип һанаған, был ҡалаға бер ниндәй ҙә ҡағы­лышы булмаған бәғзе бер әҙәмдәр Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменә экологик хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн урындағы влас­тарҙың бер нәмә лә эшлә­мәүенә дәғүә белдереп һәм Сибай халҡының экологик афәт алдында тороуын әйтеп мөрәжәғәт итте. Сибайҙар экологик хәлде сәйәсәт менән бутамаҫҡа саҡырҙы. «Ҡалала шау-шыу тыуҙырмаһындар. Урындағы властың проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләүен беләбеҙ. Пикеттар ойошто­рорға саҡырып, хаттар яҙып, шикле активистар үҙҙәрен күрһәтергә маташа. Беҙ үҙе­беҙҙе үҙебеҙ яҡлай алабыҙ», – ти Сибайҙың почетлы гражданы Эмиль Мәүлитҡолов.


һүҙ – сибайҙарға



Борис Мәхмүтов:
– Карьерға яҡын йәшәмәһәк тә (йортобоҙ Таусылар проспектында), һауала ниндәйҙер газ еҫе сыға. Бөгөн дә ул ныҡ һиҙелә (13 февраль). Кисә көйгән көнбағыш еҫе бар ине. Уныһы нимәлер инде? Эшкә йәйәү йөрөйөм. Шул арала 15 минут эсендә тын ҡыҫыла башлай, ауыҙҙа ниндәйҙер тәм барлыҡҡа килә, тамаҡ ауыртҡан да кеүек, килеп тороп күҙ әсетә. Ҡатынымды 1 йәшлек улым һәм 5 йәшлек ҡыҙым менән ҡәй­нәмдәргә Ырымбурға ебәрҙем. Ауырыуҙан баштары сыҡманы. Улым ноябрҙән алып ҡына ОРВИ, пневмония менән дүрт тапҡыр дауаханала ятып сыҡты. Ҡыҙ ҙа йыш ауырыны. Ауылға ҡайтҡас, берҙе лә сирләмә­гәндәр. Ҡаты­ным августа уҡ, беҙҙең ҡалала ниндәйҙер еҫ бар, тип әйтә торғайны. Ҡайһы берәүҙәр еҫте бөтөнләй тоймай, ә миңә беленә. Ел бул­мағанда карьер янында йә­шәүселәр бөтөнләй тонсоға. Төтөндә подъезд ишеген дә табырлыҡ та, танырлыҡ та түгел ине, тиҙәр. Күптәр күкрәк ауырта ти, йүткерә. Ентекле медицина тикшеренеүе үткән­дәргә ба­уырҙары ҙурайыуын әйткән­дәр. Көкөрт менән ағыуланыу эҙһеҙ үтмәйҙер инде.

Резеда ВӘЛИЕВА:

– Мин баш ауырыуы, күҙ әсе­теүенән яфаланам. Ә алты йәшлек ҡыҙымдың күҙе эренләй. Сирҙәр ауылға ҡайтыу менән юҡ­ҡа сыға. Карьерға яҡын йәшә­мәйбеҙ былай, шуға күрә Ҡаҙыу (буровой) реагенттары заводы сәбәпсеме икән, тип тә уйлап ҡуям.
Ҡыҙымдың баҡсаһында был аҙнала ни бары дүрт бала булды. Башҡа балаларҙы ауылға олатай-өләсәй, туған­дар янына илтеп ҡуйғандар. Беҙ ҙә ҡалдырып ҡараныҡ, тик бала зарығып илағас, түҙмәй барып алдыҡ. Тәрбиәселәр төркөм­дәрҙе урам­ға сығармай, бинала ғына тоторға мәжбүр. Үҙебеҙ ҙә тышҡа сығырға тырышмайбыҙ, тәҙрә­ләрҙе һәр саҡ ябыҡ килеш тотабыҙ. Хатта вируслы инфекция менән сирләгәндә лә, тәҙрә асып, фатирҙы елләтеү мөмкинлеге булманы.
Сибай өҫтөндәге күкһел томан таралырға уйламай ҙа. Өмөт­һөҙлөккә сумған, оло бәләгә ҡалған ҡалала ғүмер итеүе көндән-көн ауырлаша бара. Тирә-йүндәгеләрҙең борсолоулы, һулыған йөҙҙәре, төшөн­көлөк, депрессия – бөгөн халыҡ ошондай халәттә. Таныштарым араһынан бөтә донъяһын, эшен ташлап Бай­маҡ ҡалаһына, Асҡар ауылына күсеп китеүселәр бар. Беҙ ҙә күсеү мәсьәләһен нисек хәл итергә белмәй ер менән күк араһында ҡалдыҡ: фатир өсөн тағы туғыҙ йыл ипотека түләйһе бар, ҡайҙа барайыҡ инде? Сибайҙы ташлап киткән хәлдә лә, фатирҙы һатып булырмы? Сөнки күсемһеҙ милек бында ныҡ арзанайҙы.

Лилиә ӘҘЕЛБАЕВА:

– Яҙырғамы, әллә юҡмы? - тип күпмелер ваҡыт уйлағандан һуң, бәлки кемгәлер яҙыуым ысынлап та, ярҙам итер, ике­ләнеп йөрөгәндәргә асыҡлыҡ индерер тип уйланым... Сер түгел, әлбиттә, Сибай әлеге ваҡытта экологик яҡтан ауыр хәлдә... Ҡалала бер аҙға бала тауыштары ла тынып ҡалған һымаҡ. Әлбиттә, ата-әсәй­ҙәр­ҙең күңеле шомло. Бәғзеләр ҡаланан бөтөнләйгә ҡаса... Үкенесле хәл... Күптәр оҙаҡ­ҡамы, әллә был проблема бер ҡасан да хәл ителмәҫме тип борсола... Миңә килгәндә – барыһы ла яҡшы буласаҡ! Эйе. Мотлаҡ. Иң мөһиме, сабыр итеү. Яңы ғына башланып торған эште шунда уҡ хәл итеп булмай (был бит карьер, дуҫтар! Етмәһә, ниндәй ҙу-у-ур). Тылсымлы таяҡ бит хатта ҡала хакимиәтендә лә юҡ, шуға күрә уларға тыныс ҡына ауыр мәсьәләне хәл итергә ваҡыт бирә­йек... Ашығып яңылыштан бер-беребеҙгә бәлә яғыуыбыҙ бар, берҙәм булайыҡ, ыша­найыҡ.
Етмәһә, башҡарған эштәрҙе көн һайын күҙәтеп тә бара алабыҙ.
(“Бәйләнештә” селтәренән).





Автор: З. Йәһүҙина, Л. Хәлитова, Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға