07.02.2019 Яҡты ҡала – Лангепас
йәки Тейендәр төбәгендә ойошторолған «Шоңҡар» ойошмаһы башҡорттарҙың башҡаларҙан кәм булмауын раҫлауға үҙ өлөшөн индерә
Ханты-Манси автономиялы округында милләттәштәребеҙҙе берләштергән башҡорт ойошмалары һәр ҡалала һәм эре ҡасабаларҙа эшләп килә. Лангепас ҡалаһы ла шул иҫәптә, хатта тәүгеләрҙән булып милли эште ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Амур Ямалыев етәкселегендәге “Яҡташтар” башҡорт-татар берекмәһе 1996 йылда уҡ эш башлаһа, 2010 йылда унан айырылып, “Шоңҡар” исемле саф башҡорт ойошмаһы барлыҡҡа килә. Бөгөн милләттәштәребеҙ уны рәсми теркәтеү өсөн ҡала хакимиәтенә документтар әҙерләй.
Хант теленән тәржемә иткәндә, Лангепас “тейендәр төбәге” тигәнде аңлата. Ҡала архитекторҙары быны иҫәпкә алып, һәр парк һәм байтаҡ ойошма бинаһы янына тейен һындары ҡуйған. Ҡыш көнө ҡарҙан эшләнгән һындар ҙа йыш осрай. Бәләкәй ҡала бик күп милләт халҡын үҙенә һыйындырған. 18 төрлө халыҡтың айырым милли ойошмалары эшләп килә, тағы ла рәсми рәүештә туғыҙ йәмәғәт ойошмаһы теркәлгән. Ҡалала 43 мең кеше йәшәһә, шуның өс меңгә яҡыны – башҡорттар. илһөйәр яҡташтарыбыҙ бергә тупланып, сит тарафта ла милли рухты һүндермәй йәшәргә тырыша. “Шоңҡар”ҙы башҡа ойошмалар менән бер рәттән “Фортуна” балалар һәм йәштәр үҙәге (директоры Евгений Захаров) һыйындырған. Уның, әлбиттә, үҙенең айырым эш планы бар, шулай ҙа башҡорттар йыйылып һөйләшеү, репетициялар яһау, документ эшен алып барыу мөмкинлеге булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Ойошманың төп маҡсаттары – туған телде һаҡлау, илһөйәрлек рухын тәрбиәләү, милли үҙаңды үҫтереү һәм күп милләтле ҡала тормошонда башҡорт халҡының да төп урынды биләүен күрһәтеү. Был йәһәттән балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә халҡыбыҙҙың йәшәйешен, көнкүрешен сағылдырған “Башҡорт тирмәһе” күргәҙмәләре, милли биҙәктәр һәм орнаменттар, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте темаһына арналған – “Селтәр”, халыҡ ижады, фольклор һәм милли музыка ҡоралдары буйынса “Бәләкәй оркестр дуҫлығы” дәрестәре үтеп тора. “Әҙәби ҡунаҡхана”ла шағирҙар Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим ижадына арналған кисәләр ойошторолған. Халыҡтар дуҫлығы, Милли мәҙәниәт көндәре, Һабантуй кеүек ҡала һәм округ байрамдары ла, ғаиләләр, йыр-бейеү, шиғриәт конкурстары ла “Шоңҡар”һыҙ үтмәй. Ә “Лангепас халыҡтары – БЕРҘӘМ” спартакиадаһында беҙҙең егет-ҡыҙҙар йыл һайын төрлө спорт төрө буйынса призлы урындар яулай.
Тәүге етәксе Амур Ямалыев (әйткәндәй, уның оло улы Олег Ямалыев Төмән ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын етәкләй) хаҡлы ялға сыҡҡас, ойошма менән етәкселек итеү эшен Радик Ҡадировҡа тапшырған. Ул Лангепаста тыуып үҫһә лә, тамырҙары менән Мәләүез районынан. Нефть-техник университетын тамамлаған, әлеге ваҡытта ситтән тороп Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһында белем ала. Ул бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында режиссер ҙа, урындағы телевидениела диктор ҙа булып эшләй. Үҙенең профессиональ оҫталығы менән Радик Ринат улы Ҡадиров ойошманы яңы бейеклектәргә күтәреү өсөн ҙур көс һала. Ул ойошторған концерттарҙы халыҡ һәр ваҡыт көтөп ала. Яңы етәксе башланғысы менән ойошмала Йәштәр советы төҙөлгән. Унда 35 йәшкә тиклемге өс тиҫтәгә яҡын башҡорт тупланған. Башҡа йәштәрҙе лә “Шоңҡар”ға туплау өсөн быйыл танышыу кисәләре, башҡорт дискотекалары ойоштороу планлаштырылған. Ситкә киткән буйҙаҡтар уларҙа үҙ милләтенән пар табып, башҡорт ғаиләләре, балалары артыр, тип ышанғы килә.