«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ашығамын



07.02.2019 Ашығамын

Ашығамын ауылыма,
Ата-әсәй нигеҙенә.
Тыуып үҫкән ауылыма,
Тәүге тәпәй баҫҡан еремә.

Ашығамын ауылыма,
Һалҡын һыулы Һаҡмарыма.
Хуш еҫле болондарға,
Бейек ташлы Һәрешҡужама.

Ашығамын ауылыма,
Сылтырап аҡҡан Күсәбәмә.
Тәмле-тәмле булып бешкән
Урмандағы ҡыҙыл ғына еләгемә.

Ашығамын тыуған яҡҡа,
Һандуғас моңон тыңларға.
Иртән иртә тороп ҡына
Алһыу таңды ҡаршы алырға.





Автор: В. Кинйәбаева
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға