«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дәүләт үҙ йөкләмәләрен үтәй



22.01.2011 Дәүләт үҙ йөкләмәләрен үтәй

Дәүләт үҙ йөкләмәләрен үтәйБашҡортостанда 2001 йылдан алып производствола эшләгән ваҡытта имгәнеп ҡалған ете йөҙҙән ашыу кешегә автотранспорт бирелде. Инвалидтар өсөн машина бик ҡәҙерле нәмә – физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә автомобиль ысын мәғәнәһендә хәрәкәт итеү өсөн кәрәк.
Яңыраҡ Өфөлә, республиканың төрлө производство тармағында эшләп, ҡазаға тарыған 49 кеше өр-яңы «Жигули» машиналарына эйә булды. Уларға машиналарҙың асҡысын Баш­ҡор­тостан Республикаһы буйынса Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе башлығы Марат Латипов тапшырҙы.
Бишенсе моделле ап-аҡ «Жигули» машиналарын алыу өсөн кешеләр республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылды. Элегерәк производствола эшләп ҡазаға юлыҡҡан кешеләргә «Ока» машиналарын бирәләр ине. Бөгөн уларҙы сығарыу туҡтатылған. Шуға ла инвалидтар өсөн махсус эшләнгән «Жигули» машиналарын бирергә ҡарар иткәндәр.
– Тыуған көнөмә шәп бүләк алдым! – тип ҡыуана Баймаҡ райо­нының ҡаратал ауылынан килеүсе Фәхри ағай ҡасҡынов. – Бөгөн 49 йәшем тула, бына ап-аҡ шәп машинаның асҡысын ҡулыма бирҙеләр. Ауылға тиклем уны үҙем йөрөтөп ҡайтасаҡмын. Беҙгә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә, ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Ошондай хәстәрлек булғанда, күргән ҡаза ла онотола төшә...
Фәхри ҡасҡынов бер нисә йыл элек фермала эшләгән сағында тайып йығылып имгәнгән. Быға тиклем «Ока» машинаһында йөрөгән булған. Бөгөн замансараҡ, тағы ла уңайлыраҡ «тимер ат» алды. Замансараҡ, тип әйтеүҙә дөрөҫлөк бар. Сөнки әле тапшырылған машиналар физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бик уңайлы итеп эшләнгән. Уларҙың класы юғарыраҡ. Машина ете йылға бирелә, ошо ваҡыт үткәндән һуң яңыһына алмаштырасаҡтар.
Дәүләт иғтибарына мохтаж булғандарға иғтибар артабан да кәмемәйәсәк һәм ҡабул ителгән бөтә программалар ҙа тулыһынса эшләйәсәк.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға