«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Береһе лә торлаҡһыҙ ҡалмаясаҡ



31.08.2010 Береһе лә торлаҡһыҙ ҡалмаясаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә муниципалитеттар башлыҡтары ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә 2005 йылдың 1 мартынан һуң иҫәпкә торған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
РФ Төбәктәр үҫеше министрлығына Рәсәй Президенты тарафынан 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм һуғыш инвалидтарының 90 процентын торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, тип хәтерҙәренә төшөрҙө кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов. Әлегә үҙенең торлаҡ шарттарын 700-ҙән ашыу ветеран яҡшыртҡан.
Ләкин сентябрь аҙағына, таныҡлыҡтар биреү тамамланған саҡта, торлаҡ алыуға дәғүә итеүсе ветерандар һаны, белгестәр күҙаллауынса, 3600 кешегә етеүе ихтимал. Әлеге ваҡытта уларҙың һаны 3222 кеше тәшкил итә, 1943 кеше таныҡлыҡ алды, торлаҡ менән 736 ветеран тәьмин ителде. Таныҡлыҡ биреү графигы төҙөлгән 1 майҙан һуң үткән өс айҙа сират 1200 кешегә артты.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ветерандарҙың иң күбе – Өфөлә һәм Баймаҡта. Беренсел баҙарҙан ветерандарҙың 19 проценты ғына торлаҡ алған. Беренсел баҙарҙан торлаҡ алыу Өфөлә, Туймазыла, Күмертауҙа, Ишембайҙа яҡшы ойошторолған. Фатирҙар резервы булыуға ҡарамаҫтан, Мәләүездә, Салауатта, Учалыла, Нефтекамала “беренсел” торлаҡ биреү бөтөнләй күҙәтелмәй.
Кәңәшмәлә шулай уҡ хәрби хеҙмәттән запасҡа сығарылған офицерҙарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү проблемалары ла тикшерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға