«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика башлығы көньяҡ-көнбайыш райондарҙа булды



22.01.2011 Республика башлығы көньяҡ-көнбайыш райондарҙа булды

Рөстәм Хәмитов Әлшәй районында икмәк-ҡалас һәм кондитер продукцияһы етештереүсе шәхси йүнсел Ринат Зариповтың предприятиеһында булып, йүнселдең эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
2014 йылда районда «Башҡорт бройлеры» ҡошсолоҡ комплексы барлыҡҡа киләсәк – Президент ошо объектта ла булып, уның етәксеһе Игорь Русаковҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың иҡтисад министры Владимир Балабановҡа төҙөлөшкә бәйле килеп сыҡҡан проблемалар буйынса мөрәжәғәт итергә ҡушты.
Раевкалағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә юғары ҡунаҡ клас­тарҙы, спорт залын, ашхананы, музейҙы ҡарап сыҡты, уҡыусылар менән аралашты. Уның һығымтаһы – ауылға яңы мәктәп кәрәк.
Бишбүләк районында Рөстәм Хәмитов, тирмән-энергетика комплексындағы мини-ГЭС эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынғандан һуң, республикала бәләкәй энергетиканы үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә, ә комплекс үҙе йоғонтоло хужалыҡ итеү өлгөһө булып тора һәм уның тәжрибәһен бөтә республикаға таратыу зарур, тип билдәләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға