«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



22.01.2011 Өс һөйләм менән

Рәсәй Хөкүмәте 2020 йылға тиклем осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү концепцияһын раҫланы. Был документтың өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһында демографик үҫешкә һәм ауыл еренә күсенеү өсөн шарттар тыуҙырыу, ауыл халҡының килем табыу сығанаҡтарын киңәйтеү кеүек саралар бар. Шулай уҡ ауылда торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, заманса социаль, инженер, транспорт инфраструктураһын булдырыу ҙа концепцияла төп урында тора.

Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы 2011 йылды Халыҡ-ара химия йылы тип иғлан итте. Йылдың девизы ла билдәләнгән – «Химия – беҙҙең тормошобоҙ, киләсәгебеҙ». Кеше­лек­тең үҫешен тәьмин итеүҙә был фәндең мөһим ролен билдәләп, Химия йылы Халыҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия союзы (ИЮПАК) инициативаһы менән үткәрелә.

Шаран районы үҙәгендә вете­ран­дар йорто асылды. Уны булды­рыу­ҙа эшҡыуарҙар, учреждениелар һәм ойошмаларҙың ярҙамы ҙур, хеҙмәт коллективтары, айырым кешеләр йыһаздар, шахмат-шашка, башҡа кәрәкле әйберҙәр бүләк иткән. Бында пенсионерҙарға осрашыуҙар, саралар үткәреү өсөн уңайлы шарттар бар.

Иглин районының Пушкинский ауы­лы уҡыусылары Республика йортонда булып, Башҡортостан Хөкүмә­те­нең эше менән танышты. 8 – 9-сы класс уҡыусыларына төбәктең башҡарма власть структураһы тура­һын­да һөйләнеләр, һәм улар дәүләт аппараты хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Экскурсия барышында ҡунаҡтар Премьер-министр кабинетын һәм ултырыштар залын ҡараны.

Быйыл Башҡортостанда ҙур бейеү фестивале үтәсәк. БР мәҙәниәт министры Асҡар Абдраза­ҡовтың фекеренсә, мәҙәни сара яҡын айҙарҙа ойоштороласаҡ. Ул республиканың бөтә райондарында бер үк ваҡытта уҙғарылып, 29 апрелдә, Халыҡ-ара бейеү көнөндә, Өфөлә тамамланасаҡ.

«Ирәндек айыуы» үҙенсәлекле алтын самородогын Башҡортос­тандың Милли банкыһынан республиканың Милли музейына күсереү тантанаһы үтте. Дүрт килограмм да 788 грамм ауырлығындағы алтынды 1992 йылда «Баймаҡ» совхозы механизаторы таба. Риүәйәттәргә ҡарағанда, ул Ирәндек итәгендә 430 йылдан ашыу ятҡан.

Кисә тәүге социалистик дәүләткә нигеҙ һалыусы, Октябрь революцияһы юлбашсыһы Владимир Лениндың вафат булыуына 87 йыл тулды. Республика коммунистары был датаны Ленин һәйкәленә сәскәләр һалып иҫкә алды. Баш ҡаланың Октябрь районы юлбашсының йорт-музейында «Дәүләтсе, сәйәсмән, яңы типтағы кеше. В. Ленин хаҡында һүҙ» исемле конференция ойоштор­ҙо.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға