«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк



14.07.2010 Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк

ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
(Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»).

Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан хәҙерге Асҡын районы ерҙәрендә күпме ҡан ҡойош булғандыр, Хоҙай үҙе генә белә. Әммә шуларҙың иң ҡанһыҙы – бер төн эсендә гөрләп торған ауылды көл-күмергә ҡалдырған Һөйәнтүҙ фажиғәһе әле булһа онотолмаған.


Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәкФажиғә 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле. Рәсәй батшабикәһе Анна Иоановна, башҡорт ерҙәре аша үткән империя сиктәрен нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер менән дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән, башҡорттар өсөн исеме ҡатил һүҙенең синонимына әйләнәсәк суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (ҡотломөхәмәт Мамеш улы) Тевкелев бирелә. Экспедицияның бурысы – Башҡор­тос­тандың көньяғында яңы ҡала һалыу һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Батша хөкүмәте башҡорт­тарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.
Хәҙерге Асҡын районына ҡараған ерҙәрҙә баш күтәреүселәрҙең бер төркөмө (700 кеше) Тевкелев отрядын тау-таш араһында һағалап тороп, ҡыйратырға ниәтләй. Әммә Һөйәнтүҙ ауылына килеп еткәс, Тевкелев башҡорттарҙың серен белеп ҡала һәм ауыл халҡынан үс ала башлай. Һөйәнтүҙ халҡын ҡот осҡос язалауға дусар итә ул. Меңгә яҡын кешене, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тип ҡарап тормай, атып, штыктан сәнсеп үлтертә. 105 кешене бер һарай эсенә ҡыуып индереп, тереләй ян­ды­­ралар. Һөйәнтүҙ ауы­лын көл-күмергә ҡалдырғандан һуң, Тев­келев артынан ҡанлы эҙ тағы ла әллә күпме саҡрымға һуҙыла әле – уның юлындағы 51 ауыл ер менән тигеҙләнә, ике меңдән ашыу бер ғәйепһеҙ башҡорт ҡорбан була, уларҙың ҡатындары һәм балалары хәрби вазифалыларға таратып бирелә....
2002 йылда Һөйәнтүҙ ауылы урынында фажиғә хаҡында хәтерләтеп тороусы стела ҡуйылды.
10 июлдә ҡанлы хәтирәләр һаҡлаусы ошо тарихи ерҙәргә барып, хәтер яңыртып ҡайтты башҡорт йәштәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған был сарала, түҙеп торғоһоҙ эҫегә ҡарамай, ҡоролтай ағзаларынан тыш, район һәм ҡалаларҙан вәкилдәр, М. Ғафури исемендәге фонд, «Күк бүре» башҡорт йәштәре ойошмаһы ағзалары, ябай ҡыҙҙар һәм егеттәр бик әүҙем ҡатнашты. Һарҫ йылғаһы буйында урынлашҡан, шулай уҡ Тевкелев тарафынан ҡанға батырылған Солтанбәк ауылы янындағы стелаға сәскәләр һалынды. Шәһит ата-бабаларыбыҙ рухына Фәнзил Әхмәтшин һәм Рамаҙан Сөләймәнов доға уҡыны.
– ҡанлы ла, иҫ китмәле аяныс та тарихыбыҙ. Уйлап ҡарағыҙ, һәр ун биш йыл һайын ихтилал ҡубып торһон әле! Ике быуат эсендә генә барлығы ун биш эре ихтилал! Тәфтиләүҙәргә, аяу белмәҫ карателдәргә ҡарамай, иркен яҡлаған башҡорт. Балыҡсы улусында ғына 51 ауыл көл-күмергә ҡалған. Иҫәпләүҙәр буйынса, башҡорттар ихтилалдарҙа 30 мең кешеһен юғалтҡан, минеңсә, был һан тағы ла күберәк булырға тейеш. Ғүмерҙәре хаҡы менән булһа ла, батша хөкүмәтен үҙҙәре ҡуйған шарттарҙы үтәргә мәжбүр иткәндәр, – тип тарих биттәре менән таныш­тырҙы сарала ҡатнашыусыларҙы тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры Ирек Ғайса улы Аҡманов.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Урал Байбулатовтың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Салауаттың һуңғы монологы» әҫәренән өҙөк башҡарыуы ла илһөйәрҙәр күңеленә хуш килде.
– Был сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтке килә. Тарих хәтерҙе ярата. Ошондай сара үткәреп, бик изге эш ҡылдыҡ, – тип рәхмәтен белдерҙе йәштәр исеменән сығыш яһаусылар.
Эйе, Һарҫ, Төй, ҡариҙел буйындағы яндырылған башҡорт ауылдарының аяныслы тарихы бер ваҡытта ла онотолорға тейеш түгел. Тарихыбыҙ бар икән, үткәндәребеҙҙе хәтерләйбеҙ икән, рухланабыҙ һәм сәмләнәбеҙ икән, тимәк, беҙҙең айырым халыҡ булараҡ ер йөҙөндә йәшәргә хаҡыбыҙ бар. Һөйәнтүҙ фажиғәһеләй аяныслы хәлдәр ҡабатланмаһын, киреһенсә, яңы ауылдар ҡалҡһын, көсәйһен, ишәйһен халҡым, тип теләк теләне барыһы ла. Үткәндәрҙең ауазы булып, килер бәләләрҙән иҫкәртеп, «Тәфтиләү» ҙә һәр ваҡыт сыңлаһын ҡолаҡтарҙа:
ҡайнап ҡына торған Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир- егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Миңзәлә АСҡАРОВА.
АВТОР фотоһы.

– ҡанлы ла, иҫ китмәле аяныс та тарихыбыҙ. Уйлап ҡарағыҙ, һәр ун биш йыл һайын ихтилал ҡубып торһон әле! Ике быуат эсендә генә барлығы ун биш эре ихтилал! Тәфтиләүҙәренгә, аяу белмәҫ карателдәргә ҡарамай, иркен яҡлаған башҡорт. Балыҡсы улусында ғына 51 ауыл көл- күмергә ҡалған. Иҫәпләүҙәр буйынса, башҡорттар ихтиалдарҙа 30 мең кешеһен юғалтҡан, минеңсә, был һан тағы ла күберәк булырға тейеш. Ғүмерҙәре хаҡы менән булһа ла, батша хөкүмәтен үҙҙәре ҡуйған шарттарҙы үтәргә мәжбүр иткәндәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға