15.01.2011 Вәлиди эҙҙәренән
Ишембай яҡтарында башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар, шул иҫәптән уның исемен йөрөткән 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостандың 30 районы һәм унлаған ҡалаһынан килгән 150-нән ашыу уҡыусы ҡатнашлығында «Вәлиди уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы тамамланып та өлгөрмәне, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағир ҡәҙим Аралбаев етәкселегендә бер төркөм яҙыусылар «десанты» килеп тә төштө. Уға Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Хәмит Ирғәлин етәкселегендә тағы ла яҙыусылар ҡушылды.
Осрашыу Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы Ғайсиндың ҡыҫҡаса матбуғат конференцияһынан башланып китте. Район башлығы Ишембайҙың үткәне, бөгөнгөһө менән таныштырып, бер ни тиклем киләсәккә лә күҙ ташланы. Юрматы башҡорттарының символы – Торатау проблемаларын да урап үтмәне. Изге тауҙы ете-ят эшҡыуарҙарҙан ҡурсалау һәм һаҡлау өсөн мемориаль үҙәк булдырыласаҡ һәм финансланасаҡ, тине ул.
Программаның икенсе өлөшө Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән осрашыуға арналды. Уның директоры Әхәт Ваһаповтың әйтеүенсә, бөгөн бында башлыса көньяҡ райондарҙан һәм хатта сит өлкәләрҙән йыйылған 600-ҙән ашыу бала белем ала. Әйткәндәй, «Вәлиди уҡыуҙары» барған көндәрҙә «Вәлиди хаҡында уҡыусылар ижады» секцияһы «Вәлидигә йыр» тигән йыйынтыҡ сығарырға өлгөрә. Унда бөйөк шәхескә арналған ҡобайыр, шиғырҙар, иншалар, нәҫерҙәр тупланған.
Осрашыуҙа сығыш яһап, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов былай тине:
– Беҙҙең быуын Зәки Вәлидигә ҡағылышлы ике дәүерҙә йәшәне. Тәүгеһендә уның исемен «халыҡ дошманы» тип ҡанға һеңдерһәләр, икенсеһендә ул башҡорт милли хәрәкәтен башлаусы һәм аҙағына тиклем етәкләүсе оло шәхес, халҡыбыҙҙың һәр төрлө нәжестәрҙе еңеп сыҡҡан бөйөк улы булараҡ күҙ алдына килеп баҫты. Уның хаҡында Роберт Байымов «Сыбар шоңҡар» романын, Нәжиб Асанбаев «Вәлиди» пьесаһын ижад итһә лә, беҙ был бөйөк шәхестең тормош юлын, милли азатлыҡ өсөн көрәшен, ғилми хеҙмәттәрен тағы ла тәрәнерәк, тулыраҡ өйрәнеп, халыҡҡа еткерергә бурыслы.
Шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов Башҡорт дәүләт университетына Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исемен биреү зарурлығын күтәреп сыҡты. Тәҡдим тамашасыларҙа киң яҡлау тапты.
Десанттың артабанғы юлы Зәки Вәлидиҙең тыуған төйәгенә – Ишембайҙан 50 саҡрым төньяҡ-көнсығыштараҡ ятҡан Көҙән ауылына йүнәлә. Баҡай, Имәнле, Сиреш, Осло, Урта, ҡарлы беләк тауҙары менән уратылған был төҙөк һәм күркәм ауылдың 300-гә яҡын йортонда 900-ҙән ашыу кеше йәшәй икән. Элекке мул тормошло «Шишмә» колхозын да заманыбыҙҙың буранлы түңкәрелештәре үтмәгән. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев бөгөн бында ҡырҡтан ашыу фермер хужалығы, таҡта ярыу цехы булыуы, 75 кешенең ситкә йөрөп эшләүе, 254 пенсионер барлығы, тик бер генә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡалыуы, быйыл 21 баланың донъяға килеүе тураһында һөйләне.
ҡайһы бер район үҙәктәрендәге мәҙәниәт һарайҙарына биргеһеҙ ауыл мәҙәниәт йортона байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Улар алдында сығыш яһап, ҡәҙим Аралбаев, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиева, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, Ишембай районы егете Салауат Кәримов, яҙыусылар Рәшит Низамов, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы уҡытыусыһы Рита Фәтҡуллина, З. Вәлиди исемендәге гимназия-интернат уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина һәм башҡалар бөйөк яҡташтарының көрәш юлына тағы ла байҡау яһаны, уға арналған шиғырҙарын уҡыны, ә урындағы үҙешмәкәр артистар уның хаҡында яңы йырҙарҙы йырлап ҡыуандырҙы.
1992 йылда асылған Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы – Әхмәтзәки Вәлидиҙең йорт-музейы үҙенең күркәмлеге, экспонаттарының байлығы менән ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. Уның ҙур залы алдындағы өҫтәлгә Златоуст, Стәрлетамаҡ, Өфө, Минзәлә өйәҙҙәренең географик карталары йәйеп һалынған, Зәки Вәлидиҙең балауыҙҙан яһалған һыны ултыра. Уның үткер күҙҙәре күҙлек аша алыҫҡа – киләсәккә төбәлгән һәм ул бына-бына:«Минең эшемде онотмағыҙ, уландар, уны дауам итегеҙ!» – тип әйтер һымаҡ.
Музей директоры, З. Вәлидиҙең өс туған ҡустыһы Кәрим Шәйәхмәтов менән ғилми хеҙмәткәр Клара Аҡҡолова яҙыусыларҙы Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусының тормошо, көрәше, донъя фәнендәге асыштары менән таныштырҙы, Көҙән ауылының тарихы, бөгөнгөһө тураһында һөйләне.
Эйе, көҙәндәр үҙҙәренең ауылдашын онотмай, бында һәр кем уның һүнмәҫ, һүрелмәҫ рухы менән йәшәй, уға ҡағылышлы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай, Вәлиди эҙҙәрен һыуындырмай, ҡырау төшөрмәй, үлән үҫтермәй.
Ризван ХАЖИЕВ,
Башҡортостан яҙыусылар «десанты» ағзаһы.