«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде



24.12.2018 Соликамск ҡалаһында шахтала авария ваҡытында һәләк булыусылар исемдәре әйтелде

Ғәҙәттән тыш хәлдә Башҡортостандан өс кеше үлгән. Улар:
Белорет ҡалаһынан 41 йәшлек Сергей Игнатенко,
Өфөнән 57 йәшлек Сергей Томшин, 38 йәшлек Антон Абрамов.

Пермь крайындағы Соликамск ҡалаһында шахтала авария кисә булды. 350 метр тәрәнлектә янғын сыҡҡан. Был ваҡытта унда 17 таусы эшләгән була. 8 кеше сығып өлгөрә, ҡалғандарын ҡотҡара алмайҙар.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров аварияла зыян күреүселәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәге тураһында белдерҙе. Был турала ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. "Беҙ Пермь крайы губернаторы менән бәйләнештә торабыҙ. Нимә генә булһа ла, беҙҙең республиканан зыян күреүселәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәкбеҙ ", - тигән Радий Хәбиров.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға