21.12.2018 Афарин, Гөлнур! Хеҙмәттәшебеҙ - "Йыл журналисы!"
Бөгөн республика матбуғаты, радио һәм телевидениеһы, интернет журналистары "Торатау" Конгресс-холына "Матбуғат балы"на йыйылды. Йыл да үткән оло һәм сағыу сарала һөнәрҙәштәр йылды йомғаҡлай, киләсәккә пландар ҡора.
Быйыл "Йәшлек" гәзите йәнә алдынғы булды! 2016 йылда "Бәйләнештә" селтәрендәге "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмө социаль селтәрҙәрҙә иң яҡшыһы тип билдәләнһә, быйыл иһә "Йыл журналисы" беҙҙең коллективтан булды! Йылдың иң мәртәбәле журналисы исеме коллегабыҙ Гөлнур Ҡыуатоваға бирелде!
Ҡотлайбыҙ! Эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлнур Вил ҡыҙы сығышы менән Ейәнсура районынан. Ул гәзит уҡыусыһына шиғри ижады менән дә, мәҙәниәт, сәнғәт кешеләре тураһында һүрәтләмәләре, ауыл тормошо репортаждары менән таныш.