«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш



17.12.2018 Ҡый хаҡы арзан булырға тейеш

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хаҡына бәйле темаға ла ентекле туҡталдылар.

Беләһегеҙ, тиҙҙән яңы система буйынса түләүҙәр алынасаҡ. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, алдан яҡынса билдәләнгән айлыҡ түләү хаҡы ҡиммәткә төшә. Радий Фәрит улы был мәсьәләне ҡабаттан ҡарарға тәҡдим иткәйне. 70 һумдан да артыҡ булмаһын, тигән һүҙен йәнә бер тапҡыр әйтте:
– Башҡортостан буйынса уртаса хаҡ 70 һумдан ашыу булмаһын. Төбәк операторҙары менән эшләгеҙ, – тип өндәште республика етәксеһе муниципалитеттар башлыҡтарына. – Ә бығаса сүп-сар сығарылмаған төбәктәрҙә был сумма ике тапҡырға кәмерәк булырға тейеш – 35 һум.
Был айырыуса төпкөл һәм бәләкәй ауылдарға ҡағыла тип аңларға кәрәктер. Нисек кенә булмаһын, ҡый хаҡы халыҡҡа артыҡ йөк булырға тейеш түгел.





Автор: А.Ишемғолова
Фото: Magspace.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға