«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!



12.12.2018 “Торатау” геопаркына рәхим итегеҙ!

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Торатау” геопаркын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Геопарк барлыҡҡа килгәс тә, уны ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә әҙерләнәсәк.
Документта күрһәтелеүенсә, парк республиканың геологик, биологик, тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн булдырыла. Һәм, әлбиттә, туризмды үҫтереү йәһәтенән маҡсаттар ҡуйыла.
БР Хөкүмәтенә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Торатау” геопаркы төҙөргә һәм уның ”ҡанаты аҫтына” Торатау, Йөрәктау кеүек геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәте булған республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыларын индерергә ҡушылған. Бынан тыш, Өфөләге Конгресс-холл бинаһы “Конгресс-холл Торатау” тип үҙгәртергә фарман бирелгән.
Әйткәндәй, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов белдереүенсә, Башҡортостан Сода компанияһының баштан уҡ килгән позицияһы шундай булған: Ҡуштау 2017 йылдан алып уларҙыҡы, тауҙы эшкәртәсәктәр. Әммә был тау ғына уларға етмәй, республика ҡаҙаһына ла күп килмәйәсәк. Содаға Торатау менән Йөрәктау кәрәк. Шуға ла әлеге ике тауға кисекмәҫтән максималь рҫәүештә федераль һәм халыҡ-ара яҡлау статусы талап ителә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға