18.01.2011 Рәсәй һәм Франция ғалимдары Өфөлә осрашасаҡ
17 ғинуарҙан 21-нә тиклем Башҡорт дәүләт университеты базаһында Рәсәй иҡтисадының аҡса-финанс мәсьәләләре буйынса Рәсәй – Франция семинарының сираттағы сессияһы үтә.
Ике илдең финанс өлкәһендәге ҙур белгестәре Рәсәйҙең 2010 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарын, бөтә донъя валюта-финанс баҙары проблемаларын һәм перспективаларын, илебеҙ иҡтисадының башҡа мөһим мәсьәләләрен тикшерәсәк.