«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тәрбиәгә бала алһаң – 365 мең һум!



18.01.2011 Тәрбиәгә бала алһаң – 365 мең һум!

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары яҡын көндәр­ҙә ошо туралағы законды ҡараясаҡ. Яңы закон тәрбиәгә етем бала алған ғаиләләргә 365 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әлеге пособие һәр бала өсөн айырым түләнә. Мәҫәлән, ғаилә уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа ике сабый ала икән, уларға 730 һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Тимәк, был әллә күпме етем сабый­ға ғаиләгә урынлашыу мөмкинлеген бирәсәк, тигән һүҙ.
Аҡса, ғаризаға ярашлы, ата-әсәнең береһенә бирелә. Уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы дауалауға, курорт-шифаханаларҙа һауыҡтырыу­ға тотонорға мөмкин. Закон өс уҡыуҙа ҡабул ителгәс, ғәмәлгә инәсәк һәм әлеге ярҙам бары тик быйылғы йылдың 1 ғинуарынан һуң бала алыусыларға ғына тәғәйенләнә.
Етем бала бағыусыларға бындай ярҙам Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә күрһәтелә. Тик күләме төрлөсә, мәҫәлән, Калининград өлкәһендә ул – 615, Краснодар крайында һәм Пенза өлкәһендә – 300, Тамбов өлкәһендә – 200, Ставрополь крайында – 150, Пермь крайында һәм Ульяновск өлкәһендә – 100, Киров өлкәһендә 50 мең һум күләмендә билдәләнгән. Беҙҙә иһә ул «әсәлек капиталы» күләменә тиңләштерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға