«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



18.01.2011 Донъя яңылыҡтары

Донъя энергетикаһының яңы аҙымы

Быйылғы йыл «Бритиш Петролеум» менән «Роснефть» компаниялары өсөн генә түгел, тотош донъя энергетикаһы өсөн үҙенсәлекле булырға тейеш.
Килешеү буйынса улар Арктика шельфындағы газ һәм нефть ятҡылыҡтарын бергәләп үҙләштерәсәк, ә был – яҡынса күҙаллауҙар буйынса, 5 млрд тонна нефть һәм 10 триллион кубометр газ. Компаниялар үҙ-ара акциялары менән алмашмаҡсы һәм бергәләп Арктиканы тикшермәксе. Рәсәй Хөкүмәте иһә был проект өсөн иң уңайлы һалым режимын булдырмаҡсы. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин әйтеүенсә, ил Хөкүмәте был эште хуплаясаҡ. Уның бөтә донъя нефть газ тармағына ҙур ғына йоғонто яһауы ихтимал.
Яңы проект өсөн Рәсәйҙә махсус ғилми-тикшеренеү үҙәктәре асыласаҡ.

Әрмегә саҡырыу ваҡытын оҙайтмаҡсылар

РФ Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Виктор Заварзин етәкселегендә бер төркөм депутат парламентҡа хәрби хеҙмәткә саҡырыу ваҡытын үҙгәртеүгә йүнәлтелгән закон проектын тәҡдим иткән.
Бындай үҙгәрештәрҙе «Хәрби бурыстар һәм хәрби хеҙмәт» тураһындағы Федераль закондың 25-се статьяһына индереү тәҡдим ителә. Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта яҙғы хеҙмәткә саҡырыу ваҡыты 1 апрелдән 31 авгусҡа тиклем оҙайтыласаҡ, әлегә ул 21 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Ә көҙгө саҡырыу 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем ойоштороласаҡ. Әле иһә ул 1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем бара. Рәсәй Федерацияһы ҡораллы Көстәренә 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге ил граждандары саҡырыла. Хеҙмәт итеү ваҡыты, элекке кеүек, бер йыл тәшкил итә.

Балалар юғалған

ҡотҡарыусылар Ростов өлкәһендә юғалған биш йәшлек малайҙың кәүҙәһен тапҡан.
Үткән шәмбелә Ростов өлкәһенең Неклинов районындағы Комаровка ауылында өс бала юғала. Малайҙарға – бишәр, ҡыҙға өс кенә йәш. Улар күрше йәшәй, көндөҙгө сәғәт 2-ләр тирәһендә уйнарға сығып китә лә, ҡайтмайҙар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына кискеһен балаларҙың юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. Уларҙы эҙләүгә 340-тан ашыу кеше, 90-ға яҡын техника берәмеге йәлеп ителә. ҡотҡарыусылар Таганрог ҡултығында тәүҙә ҡыҙҙың, һуңыраҡ шунда уҡ малайҙың да кәүҙәһен таба.

«Сусҡа киҙеүе» йәнә көсәйә

Рәсәйҙә «сусҡа киҙеүе» эпидемияһының яңы тулҡыны башланды.
Илебеҙҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко әйтеүенсә, уҙған аҙнала һигеҙ төбәктә – Сыуаш Республикаһында, Белгород, Мәскәү, Киров, Төмән, Кемерово, Томск өлкәләрендә һәм Ненец Автономиялы Округында «сусҡа киҙеүе» менән ауырыусылар һанының артыуы күҙәтелгән. Иң ауыр хәл – Томск өлкәһендә. Унда киҙеүҙең тиҙ таралыуы теркәлгән. Башҡа төбәктәрҙә иһә күпкә тынысыраҡ.
Баш табип билдәләүенсә, киҙеүҙән һуң хәле киҫкенләшкәндәр, бигерәк тә пневмония менән ауырыусылар ныҡлы күҙәтеү аҫтына алына. Билдәле булыуынса, ҡурҡыныс сир менән иң күп ауырыусылар һәм уның аҙағы фажиғәле тамамланыу осраҡтары иң күбе Мысырҙа, Индонезияла һәм Вьетнамда теркәлгән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға