«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Киндергә ҡоролоҡ ҡурҡыныс түгел



31.08.2010 Киндергә ҡоролоҡ ҡурҡыныс түгел

Быйылғы эҫелектән халыҡ уңыш түбән булыуына көйөнһә, сүп үләндәре өсөн ҡоролоҡ ни ҙә, яуын ни. Бына составында наркотик матдә булған киндер ҙә бирешмәй. Саҡмағош районында ул хәтәр уңған. Хатта халыҡ уны иген урынына урырға сыҡҡан. Әйткәндәй, Имәнлеҡул ауылы янындағы киндер баҫыуы хаҡында ошонда йәшәүселәр наркополицияға «Ышаныс телефоны» аша хәбәр иткән.
ҡайһы бер тикшереүҙәрҙән һуң 3000 кв. метр (30 сутый) майҙанды биләгән киндерҙе юҡ итергә ҡарар сығарылған. Әммә, үҫемлек торфлы биләмәлә урынлашҡанлыҡтан, сапҡыс машина инә алмаған. Өс метр бейеклектәге киндер­ҙе ҡул менән сабырға тура килгән. Аҙаҡтан уны яндырғандар.
Наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Валерий Кокин белдереүенсә, «Мәк» операцияһының май – июль айҙарындағы тәүге этабында барлығы 140 гектарҙа 100 тоннанан ашыу наркотиклы үҫемлек юҡ ителгән. ҡырағай шарттарҙа үҫкән мәк һирәгерәк булһа ла, киндер күп урында осраған. Әлбиттә, был үҫемлекте сабып ҡына бөтөрөп булмай – тамыры ҡала. Иң һөҙөмтәле ысул – гербицид ҡулланыу. Рәсәйҙәге киң таралған марихуана менән гашиш нәҡ ошо киндерҙән эшләнә лә инде.

К. МАКСИМОВ.
Башҡортостан наркополицияһының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға