«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Совет Башҡортостанына бағышланған значок: Мәләүез бобслейы



24.10.2018 Совет Башҡортостанына бағышланған значок: Мәләүез бобслейы

Совет Башҡортостанына бағышланған значок: Мәләүез бобслейы
ХХ быуаттың 80-се йылдарында Мәләүез ҡалаһы бөтә Союзға билдәле була. 1982 йылда Томансы ауылы янындағы Туғанаҡ тауында илдә берҙән-бер сана-бобслей трассаһы ҡорола. 1986 йылдың 2-16 февралендә СССР халыҡтарының VI Ҡышҡы спартакиадаһы уҙа.
Бобслей трассаһы оҙонлоғо 1500 метр, бер осонан икенсеһенә бейеклек 115 метр тәшкил иткән. Спортсылар ултырған боб саналары 13 текә боролош үткән, тиҙлектәре сәғәтенә 120 саҡрымға еткән.
Ҡоролма эшләгән саҡта унда 20 спорт сараһы, шул иҫәптән СССР Кубогына 4 ярыш, союз республикалары, спорт ойошмалары чемпионаттары үткән. 36 кеше СССР-ҙың спорт мастеры, 110-ны КМС исемен яҡлаған.
Әле трасса ташландыҡ хәлдә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға