«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Совет Башҡортостанына бағышланған караптар: "Баймаҡ" йөк теплоходтары



14.10.2018 Совет Башҡортостанына бағышланған караптар: "Баймаҡ" йөк теплоходтары

Совет Башҡортостанына бағышланған караптар: "Баймаҡ" йөк теплоходтары
Караптар төҙөү тарихында ике "Баймак" барлығы билдәле.

Беренсе фото: 1958 йылда Алыҫ Көнсығыш диңгеҙ пароходствоһы (Владивосток) "Баймаҡ" теплоходын ҡуллана башлай. Ул 437Н проекты буйынса Ленинградта Жданов верфында төҙөлгән. Карапты балыҡ тотоуҙа ҡулланғандар. Капиталь ремонттан һуң "Баймак" "Бугульма"ға әйләнгән.

Икенсе-өсөнсө фото:
"Баймаҡ" ҡоро йөк теплоходы 1966 йылда 595 проекты буйынса "Бежица" тибында Николаевск суднолар төҙөү заводында эшләнгән. Һыу һыйҙырышлығы 19 мең тонна, 12 мең тонна йөк һыя. Одессалағы Ҡара диңгеҙ пароходствоһы был менән карап Һиндостан, Цейлон, Төркиә, Бангладеш илдәренә генераль йөктәр ташыған. Экипаж - 42 кеше Баймаҡ ҡалаһы менән тығыҙ бәйләнештә торған.
СССР юҡҡа сығарылғас "Баймаҡ"тың да яҙмышы аяныслы була - теплоход 1992 йылда Һиндостанда металл һыныҡтарына тапшырылған.
Әле Баймаҡ ҡалаһының тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында теплоходтың масштаблы модель-копияһын күрергә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға